+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
19 Ғинуар 2022, 17:10

Әлиф ҒӘЛИМОВтан көлкөлө шиғырҙар

Ярлылыҡ Ғүмеремдә ике йорт төҙөнөм, Ике мунса, һарай, өс гараж. Тик һаман да ниҙер етмәй кеүек, Баштар киткән, тамам аптыраш.

Әлиф ҒӘЛИМОВтан көлкөлө шиғырҙар
Әлиф ҒӘЛИМОВтан көлкөлө шиғырҙар

Бабаларым шәриғәтсә торған,

Мин дә йәшәйем инде миңрәү.

Бар ҙа етеш, хәләл ефет кенә

Мин меҫкендә икән тик берәү.

Аллергия

Ниндәй ҡәһәр төштө икән? –

Тимгел баҫты тәндәрҙе.

Дауа эҙләп йөрөп сыҡтым

Инде әллә кемдәрҙе.

“Аллергия”, – ти табиптар,

“Сихыр”, – тине әбейҙәр.

Был зәхмәттән ҡотолорға

Ҡулландым әллә ниҙәр.

Өшкөрттөм дә, төкөрттөм дә,

Услап ашайым дарыуҙар

Тыныслығым юҡҡа сыҡты

Ҡайнап сыҡты һарыуҙар.

Ҡатын: “Бәләң эсеүҙән – ти, –

Беләм тәүге күреүҙән”.

Анализдар биргән саҡта

Туҡтаным “төшөрөүҙән”.

Шешәләштәр ҡасып бөттө

Таралғас та минең дан.

Ҡурҡҡаным: аллергиям

Булмаһын араҡынан.

 

Һаҡаллы сабый

 

Күҙҙәрем дә насарайҙы.

Ишетмәй ҡолаҡтарым.

Көс-хәл менән, барыр-бармаҫ

Атлайҙар аяҡтарым.

Ҡыҙҙарға “ҡыж” тип әйтәм,

Шулай йәшәйем йыуанып.

Икмәкте ла ҡабам хәҙер

Ебетеп, сәйгә манып.

Шулай ҙа күңел ҡартаймай,

Малайлыҡҡа күсерә.

Һаҡалым ағарған һайын

Сабый аҡылы керә.

Әбейҙәргә ҡарап алһам,

Ҡыҙҙар күҙгә күренә.

Ҡарт башыма йәш саҡтағы

Төрлө этлектәр керә.

Их, ҡосаҡларға үҙҙәрен,

Билкәйҙәрен һындырып!

Ҡарттар менән һуғышырға,

Күҙ төбөнә тондороп.

Хыял сикһеҙ, хәлдәр хөрт,

Бер ни ҙә булмай ҡырып.

Ултырамын танау тартып,

Һаҡалымды һыпырып.

Әлиф ҒӘЛИМОВ.

Артур ВӘСИЛОВ һүрәте.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: