-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
21 Ғинуар 2022, 17:00

Әтәс

Назар НӘЖМИ  (Мәҫәл тиһәң, мәҫәл түгел) Ғүмер буйы ҡуҡырайып,Әтәсләнеп йәшәй әтәс.Ғүмер буйы баш юғарыКүккә тейгән кикрек-кәпәс.

Әтәс
Әтәс

Әтәс өсөн генә кеүек
Хужа йорто, бар ихата,
Күкрәк киреп бер ҡысҡырһа,
Бар ауылды яңғырата;
Ки-кри-күк!.. Ки-кри-күк!
«Кет! Кет!» тиһә, бер ем табып,
Йүгереп килде дүрт-биш тауыҡ.
Йырлай улар: «Кә-кә-кә-кә…»
Беҙҙең әтәс: «Әт-тә-тә-тә!»
Ыһ та итмәй, ул үҙенә
Тауыҡтарҙы ҡараттырҙы,
Күпме теләһә, шул тиклем
Әтәс үҙен яраттырҙы.
Ки-кри-күк! Ки-кри-күк!
Көтмәгәндә ихатаға
Кермәһенме инә өйрәк,
Күҙе дүрт булды әтәстең:
Ул түш – өйрәктә, ул – күкрәк.
Өйрәк менмәй бит ситәнгә
Ихатанан сығып китте.
Йылға буйына төштө лә
Һыуға инеп йөҙөп китте.
Әйҙә, – ти өйрәк әтәскә, –
Йөҙ янымда, ҡыҙыл кәпәс!
Яр буйында сәбәләнеп,
Арлы-бирле йүгерә әтәс:
Ки-кри-күк! Ки-кри-күк!

Ә тауыҡтар пыр туҙалар:
«Ҡыт-ҡыт-ҡытаҡ! Ҡыт-ҡыт-ҡытаҡ!»
Беҙҙең әтәс түгел уртаҡ!
«Ҡыт-ҡыт-ҡытаҡ! Ҡыт-ҡыт-ҡытаҡ!»

ТУТЫЙҒОШ

Әйтәләр: имеш, тутыйғош,
Өйҙә хужа ни һөйләһә,
Шуны, тиҙәр, отоп алып,
Башҡаларға ла өләшә.

Баҙарҙа һатып алынғас,
Иҫке йорто ҡалғас йыраҡ,
Бер тутыйғош белгән һүҙен
Яңғыратты: «Дурак! Дурак!»

Яңы хужа түрә ине, –
Түрәлектән булыр дәхи, –
Отоп алды беҙҙең ҡошсоҡ
Яңы бер һүҙ: «Даһи! Даһи!»

Донъялар шул үҙгәрешле –
Заман килә, ваҡыт уҙа.
Хәҙер инде ҡош телендә:
«Кукуруза! Кукуруза!»

Тантаналар…Күреү ҙә юҡ
Донъяларҙың артын, алдын.
Ә тутыйғош отоп алды:
Тағы бер һүҙ: «Орден! Орден!»

Бер нәмә лә мәңге түгел,
Ер әйләнә, ғүмер уҙа:
Пенсияға һикһән йәштә
Үҙе теләп сыҡты хужа.

Ишетмәне ҡош яңы һүҙ,
Хужа тынды ауыр һулап,
Беҙҙең герой ҡабатланы
Иҫке һүҙен: «Дурак! Дурак!»

МЕҪКЕН БҮРЕК

Меҫкен бүрек… Ниңә икән
Уға шулай тигәндәр?
Әллә микән уны, тимен,
Гел меҫкендәр кейгәндәр.

Бала сағым. Ул һаман да
Йылдар һәм юлдар аша
Арттан эйәреп килә лә
Күҙ алдарыма баҫа:

Киндер күлдәк, ялан тәпәй –
Мин ҡойоп ҡуйған кеүек.
Башымда меҫкен атайҙан
Ҡалған шул меҫкен бүрек.

Ә ул күптән минең менән
Мәңгегә һаубуллашты –
Хатта ҡама бүректәр ҙә
Биҙәне минең башты.

Әммә ни ҡылһам да эшем
Бешеп бөтмәне кеүек.
Ғүмер буйы меҫкен бүрек
Баштан төшмәне кеүек.

Фото: debatten.net

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: