+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Ғинуар 2022, 08:05

ЛӘЛӘ көтә МАШИНА

– Үтте, – ти Ләлә, – бисәңдеңЙәйәүләп йөрөр сағы.Замана арбаһы кәрәк,Күпме көтөргә тағы?

ЛӘЛӘ көтә МАШИНА
ЛӘЛӘ көтә МАШИНА

Право ла һатып алдым,
Машина кәрәк миңә.
Ниңә мине тыңламайһың,
Күпме әйтергә һиңә?

Ҡатыны даулағас Ғәләй
Машина ала һалды.
Ә Ләләһе шатлығынан
Ҡосаҡлап үбеп алды.

Көн дә хәҙер Ләлә елә
Һәр теләгән яғына.
Тик йыш ҡына һуғыла ул –
Уныҡы һәр бағана.

Бағананы әрләй Ләлә,
Ҡайтҡан мөгөҙ сығарып.
– Машина ла ғәйепле, – ти,
Киттем хатта ағарып.

– Бүтән машина ал, – ти ул. –
Бынан сыҡмай бер файҙа.
Бының кеүек һөмһөҙ тимер
Юҡтыр бүтән бер ҡайҙа!

Ләкин тағы яңыһының
Төшөп ҡалған ишеге.
Ә кузовта ауаз һалды
Әллә нисә тишеге.

Ләлә тағы пыр туҙына:
– Сит илдекен ҡара! – ти.
Миңә хәҙер йә «Судзуки»,
Йә «Шевроле» бара, – ти.

Ғәләй китте яңыһына,
Ҡалманы шашынаһы.
Ҡатынына алып ҡайтты…
Кер йыуыу машинаһы.

Кәбир АҠБАШ.

Фото: wannapik.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: