– Ҡағыҙ аҡсаң юҡмы ни? – ти,
Һатыусы, кофе эсеп.
Хәйерсе бәндә күргәндәй
Ҡараны миңә тишеп.
– Ваҡ аҡсаларыңды һанап,
Килмәй,– ти, – ваҡланаһым.
Кеҫәңдә ел уйнай тороп,
Тауарға ҡапланаһың!
– Эре ни ҙә, ваҡ аҡса ни,
Һумға һум килгәс хаҡы.
Тиндең дә, – тим, – баһаһы бар,
Яҙылған исем-аты.
...Минең арттан торған берәү
Ҙур һумға тауар алды.
Уға баш эйеп, һатыусы,
Хатта, кәпәсен һалды.
...Аҡсаларҙың да баһаһы
Кешегә күсә икән.
Ваҡ аҡса менән түләһәң,
Дәрәжәң төшә икән...