Яуап ябай: илдең тәхетенә
Осоп ҡуна ниндәй баш түрә,
Уның ҡумыҙына бейеп халыҡ
Утҡа инә йәки аш күрә.
КИЛӘСӘКТӘ
Түрәләр маҡтап торһа ла,
Юҡ, баш бирмәй эт заман.
Рәсәйҙә тормош халыҡтың
Билен турайтмай һаман.
Хатта аҙыҡ-түлекте лә
Ил күпләп ситтән ала,
Үҙе ғәмһеҙ тик ултыра.
Әйтерһең, сабый бала.
Халыҡтың барын сәйнәргә
Ауыҙында теше юҡ.
Йәмғиәттең сирҙәренән
Интекмәгән кеше юҡ.
Киләсәктә ил тормошон
Тик матурлыҡ биҙәһен.
Иблис заттар мөгөҙөнә
Эләктереп һөҙмәһен.
ТОТҠАН ЕРҘӘН ҺЫНДЫРҺАҢ
Донъя көтөүҙәре еңел
Түрәләрҙе яҡлашһаң.
Юлдарына ҡаршы төшмәй
Йәшәүгә яраҡлашһаң.
Тормош тамуҡҡа әйләнә,
Тотҡан ерҙән һындырһаң.
Ил тәртибенә буйһонмай
Үҙеңде өҫтөн ҡуйһаң.