+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Февраль 2022, 18:25

Тәгәрәп ятып көлөрлөк шиғырҙар

Сит мөхәббәт Яңғыҙ һылыуҙар күп, терәк, өмөт,Һөйөү көтөп баҡҡан күҙеңә.Ҡәһәр һуҡҡан, һулға тайпылаһыңТуҡтар көстәр тапмай үҙеңә.  

Тәгәрәп ятып көлөрлөк шиғырҙар
Тәгәрәп ятып көлөрлөк шиғырҙар

Булды сапҡан саҡтар һөйөп яттар,
Яратҡан бер икән ҡатының.
Ситкә йөрөп наҙҙар татыһам да
Ҡатын нәфрәтен дә татыным.

Сит йәрҙәрҙе һөйөү, имеш, яҙыҡ,
Ҡатын, күптәр уйлай хыянат.
Оло бер енәйәт эшләгәндәй,
Һинең хаҡта тыуа яманат.

Ситте һөйөү, имеш, намыҫһыҙлыҡ,
Өҫтәүенә, имеш, гонаһ та.
Йән-тән наҙҙар, ләззәт теләй икән
Һөйөлөү ул тиңдер ожмахҡа.

Имеш, ятты һөйөү – буш мөхәббәт,
Мауығыуҙар ингән ғәҙәткә.
Ә шулай ҙа һөйөп-һөйөләйек,
Ғүмер үтә бит ул йәһәт тә.

Ҡатын тимен, ғәйбәтселәр тимен,
Яңғыҙҙың бар йәне, белегеҙ.
Улар хәлен, зарын һөйөлмәүҙән
Татып ҡаранымы берегеҙ?

Йөрөгәндән ҡайһы ерең кәмей,
Кәйеф үҫә, нығый һаулығың.
Ҡатынға ла етә хөрмәт, наҙың,
Онотҡан юҡ уның барлығын.

Островский ҙа әйтеп ҡалдырған
“Үкенмәҫлек итеп йәшәргә!”
Ҡулдан килә икән был донъяла
Кәрәк йәшен булып йәшнәргә.

Хатта хайуан теләгәнде һөйә,
Теләгәндән улар һөйөлә.
Беҙгә тик бер ҡатын, имеш, закон,
Бына шул бик йәнде көйҙөрә.

Күп ҡатынлыҡ булһа, ҡатындарға
Бер ир тейеш йорттар һалырға.
Ашатырға, эсерергә, быға
Аҡсаларын ҡайҙан табырға?

Яҡшы түгелме ни күптәр берҙе
“Откорм”ға ҡуйып ҡараһа.
Демографик хәлдәр һәйбәтләнеп
Артыр ине күпме бала ла.

Өйрәнәһең икән йөрөй торғас
Сабый төҫлө хатта алдашып.
Алдашһа ни, өйгә ҡайтаһың бит
Йөрөмәйһең оҙаҡ аҙашып.

Мин йыуаттым үҙ-үҙемде, имеш,
Яңғыҙға наҙ биреү һауаплы.
Уйлаған юҡ фанилыҡҡа күскәс
Нисек биреүемде яуапты.

Ожмах, тамуҡ... Ҡылған эштәремде
Үлсәү, бизмәндәргә һалырҙар.
“Ул һауаплы, күпкә наҙ биргән”, тип
Ожмахтың бер түрен табырҙар.

Телем бар

“Күҙеңде соҡор ҡарғалар,
Әгәр телең булмаһа”.
Нилектән был әйтелгәндер
Йүнһеҙ һүҙҙәр донъяла.

Телһеҙҙәрҙе күргәнем бар,
Шундай матур күҙҙәре.
Күңелдәре наҙға тулған,
Тик сыҡмай шул һүҙҙәре.

Бар бит телдәр, бәғер өҙөп
Ғәйбәт, ләстит һөйләгән.
Талашҡан бар телдәр, ағыу
Сәсеп йәмдәр һөймәгән.

Бар бит телдәр күңелдәрҙе
Йылы һүҙҙән наҙлаған.
Тик, ниңәлер, ошо телдәр
Һирәгәйә аранан.

Бар бит телдәр, вәғәҙәләр
Бирә тотоп телмәрен.
Татлы теллеләрҙең аҙаҡ
Табып булмай үҙҙәрен.

Хайуандың бар телдәре,
Әйтә алмай кәрәген.
Телде аҡыл һөйләтәлер,
Һөйләтәлер йөрәген.

Тел булмаһа ҡыҙҙар ҡарар
Инеме ни әйләнеп.
Йөрөр инем буйҙаҡ һаман,
Булмаҫ ине өйләнеп.

Тыумаҫ ине өс ҡыҙҙарым,
Ете сабый уларҙан.
Бәхет, байлыҡтарым улар,
Йәм табам мин шуларҙан.

Ун кешегә илдә халыҡ
Булыр ине артмаған.
Улар ысын граждандар
Телен, илен һатмаған.

Телем менән дуҫтар таптым,
Быуҙым дошман юлдарын.
Телем барға моңға тулып
Йырланым мин йырҙарым.

Телем дә бар, илем дә бар,
Күп тел белә телдәрем.
Аралашып йәшәр өсөн
Әлдә бар, тим, телдәрем.

Дүрт юллыҡтар

Йома, шәмбе ҡаланан ауылға
Машиналар елә теҙелеп.
Йәкшәмбе көн улар кире китә
Бик яй ғына, көскә эйелеп.
***
Бензин һигеҙ, шырпы бер тин
Булған саҡтар «застоймы»?
Дүрт йөҙ тапҡыр хаҡтар артҡан,
***
Закон бар кешегә тигеҙ,
Был һүҙҙе кем сығарған?
Кемдә аҡса, кемдә власть
Ҡоро сыға һыуҙарҙан.
***
Өсәр миллиондан кәм түгел
Тора ҡалала фатир.
Ғүмер шул хаҡты йыя алмай
Ҡәбергә керә фәҡир.
***
«Оптимизация» тигәндәре
Матур һүҙ, таң ҡалдырҙы.
Ошо бер һүҙ миллиондарҙың
Ҡыҫып эшен һалдырҙы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: