+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Февраль 2022, 12:00

Тәлмәрйен менән Күбәләк

(Заман әкиәте) Күбәләк ҡунды ҡамышҡа,Тәлмәрйен сыҡты өҫкә.Тәлмәрйен ҡунаҡҡа өн­дәш­те:– Эй, сибәрһең дә төҫкә.

Тәлмәрйен менән Күбәләк
Тәлмәрйен менән Күбәләк

Көн-төн сәрелдәгән бисәм
Инде тамам туйҙырған.
Ауыҙы ҙур… Әйтерһең дә,
Балта менән уйҙырған…

Үҙе йыуан, мискә кеүек,
Ике күҙе аҡайған.
Бөтә тәнен сөйәл баҫҡан,
Тотоп үберһең ҡайҙан?

Бына һине, Күбәләккәй,
Бер генә үпһәм ине,
Хыялымды ҡанат итеп
Ожмахҡа китһәм ине.

Күбәләге йомарт икән.
– Бик теләһәң, үп, – тине, –
Хет хыялыңда булһа ла
Ожмахыңа үт, – тине. –

Тик һин, һаҙлыҡ һандуғасы,
Бер нәмәне белеп ҡуй,
Мине үбеү буш түгелен
Ҡолағыңа элеп ҡуй.

Мин бит валютный Күбәләк,
Мин алтынға бәрәбәр.
Түлә ике йөҙ евро,
Бер үбәм тиһәң әгәр.

«Ба-ҡа-ҡа?!. » – тине Тәлмәрйен,
Ике күҙе аҡайҙы,
Ауыҙы асылып китте,
Йоторҙай булып айҙы.

Төшөм булмаҫтайын һиҙеп,
Күбәләк осоп китте.
Ни әйтәйек?..
Шуның менән
Әкиәтебеҙ бөттө…

Закир ӘКБӘРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: