-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
12 Февраль 2022, 14:00

Төрләнеү

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән,Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер.                             Назар Нәжми.

Төрләнеү
Төрләнеү

Булдым әле Хаҡ Тәғәлә архивында,
Һөйләп бөтөп булмаҫ, тимен, барыһын да.

Ул архивта һәр кемгә бар досье – ҡапҡан,
Һәр аҙымың һинең шунда кереп ятҡан.

Фәрештәләр иҫәп-хисап алып барған,
Гонаһтарҙы түкмәй-сәсмәй яҙып барған.

Хаҡ Тәғәлә ғәҙел – уға шул да еткән:
Кеше булыу хоҡуғынан мәхрүм иткән.

Үлтермәгән, барыбер уны йәнле иткән,
Ҡылығына ҡарап, төрлө йәнле иткән.

Ана берәү эшләмәгән ныҡлап ҡына,
Ҙур урында ултырған ул йоҡлап ҡына.

Айыу булғас, нимә килә гел уйына:
Ҡышҡы йоҡо һуҙылһасы йыл буйына!

Ә берәүҙең бар белгәне һуғыш икән,
Ил эшенә тығылмаған – ығыш икән.

Бүре булғас, ауыл малын ҡырып һалған,
Аҙаҡ аусы йәҙрәһенән яра алған.

Ана берәү эшләмәгән кәйлә менән,
Ил байлығын үҙләштергән хәйлә менән.

Был донъянан хәҙер үҙенә нимә даулай?
Шул үҙе бит төлкө булып сысҡан аулай.

Ә бер бәндә уҙҙырған ти һәммәһенән –
Ҡурҡа икән хатта үҙенең шәүләһенән.

Хәҙер уның нәҫелдәре ҡуян, имеш,
Бына ниндәй мажаралар булған, имеш.

Дөрөҫөн әйтәм шиғырымдың ахырында:
Булманым мин Хаҡ Тәғәлә архивында.

Уйландым тик: ниҙәр генә ҡылмай әҙәм!
Шул саҡ ҡулға үҙе килеп керҙе ҡәләм.

Был яҙғандан берәй ғибрәт алһаҡ икән,
Кеше булғас, кеше булып ҡалһаҡ икән!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: