+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Февраль 2022, 12:00

Бергәләп көләйек

Рәдиф ТИМЕРШИН шиғырҙары Маҡтау көсө Айыҡ килде эшкә Файыҡ.– Файыҡ – айыҡ! Файыҡ – айыҡ!– Ҡотлайыҡ уны, дуҫтар, ҡотлайыҡ!

Бергәләп көләйек
Бергәләп көләйек

– Хуплайыҡ уны, дуҫтар, хуплайыҡ!
–Башҡаса беҙ асыу тотмайыҡ!
– Гелән ыңғай фекер туплайыҡ!
– Шул фекерҙән һис тә сыҡмайыҡ!
–Ҡотлайыҡ уны, дуҫтар, ҡотлайыҡ!

Маҡтауҙарҙан, ҡотлауҙарҙан
...Иҫерҙе лә ҡуйҙы Файыҡ.

Теүәл хеҙмәткәр

Сәғәт һигеҙ. Ул – эштә.
Эш көнө бөтә биштә.
Гәзит уҡырға, йоҡларға,
Уңыштар менән ҡотларға,
Ғәйбәт хәбәр тупларға,
Спортта бәхәс ҡупҡанда,
“Үҙ” командаһын хупларға
Уны ҡуй.
Үҙе бит – эштә.
Бәйләнеп булмай һис тә:
Нәҡ һигеҙҙә килә эшкә,
Эштән китә нәҡ биштә.


Үпкә

Үпкә бар әле ҡатынға –
Ҡәҙерҙе белмәй һис тә.
“Булышмайһың бер ҙә!” – тиеп
Игәй иртән дә, кис тә.

Шулай инде улар халҡы,
Тел һөйәкһеҙ, тел һөйләр...
Бер тапҡыр утын ярғанды
Күрҙе, ана, күршеләр.

Онотҡан ҡатын бер ҡабат
Иҙәнен йыуғанымды,
Табаҡ-һауытын бер ҡабат
Ялт итеп ҡуйғанымды.

Ә кем бер тапҡыр кибеттән
Икмәк алып ҡайтты һуң?
Кем бер тапҡыр ун бер ҡапсыҡ
Шешә илтеп һатты һуң?

Малайҙы баҡсаға илттем
Ҡатын юҡта бер ҡабат...
Шундай уңған була тороп,
Сыҡһын инде яманат!

“Ғорур бул!” тип йыуатмағыҙ,
Түгел был, дуҫтар, уйын.
Ҡәҙерҙе белмәһәләр,
Ҡыйын ул, ай-һай, ҡыйын!


Исем өсөн

Фән юлында күптәр үҙенең
Эҙен ҡуя.
Эҙ ҡуярҙан Һүҙбутаров
Исем йыя.

Исем йыя. Исемдәре
Томдар булыр.
Тауышында һәр саҡ ғилми
Тондар булыр.

Ике ҡатлап ике күҙлек
Кейгән булыр,
Башын һары ҡағыҙҙарға
Эйгән булыр.

Туры баҫып, өҫтән ҡарап
Йөрөр гелән,
Һөйләр ғилми һүҙлектәге
Һүҙҙәр менән.

Исемеңде онотоп ҡуйһаң,
Уға кил һин –
Бар уларҙа һинең исем,
Минең исем.

Уныһы шулай. Исемдәр күп.
Тик ни өсөн
Янмай һаман фән күгендә
Уның исем?

Һәм янмаҫ та. Фән өсөн ул
Һалмай көсөн,
Тырыша бит ул бары тик
...Исем өсөн!

Әбей менән бабай

Бабай әйтә әбейенә:
–Ҡырынып алһам иртән мин,
Кәм тигәндә, ун биш йәшкә
Йәшәрәм дә китәм мин!

Әбей әйтә бабайына:
–Ата-ааҡ! Ҡәһәр төшкән һин,
Улай булғас, ниңә бер ҙә
Ҡырынмайһың кистән һин?!

 

Бергәләп көләйек
Бергәләп көләйек
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: