Күрҙем шундай ауылдарҙы,
Яңы нигеҙ – өйҙәр юҡ.
Йәш быуынға кәңәш бирер
Ҡайҙа булған аҡһаҡалдар,
Йор һүҙле әбейҙәр юҡ.
Заманында гөрләп торған
Ауылдар тынып ҡалған.
Эскелектән, эшһеҙлектән
Яфа сигә бөгөн йәштәр,
Күңелде шомлоҡ алған.
Ошо хәлгә ҡалдыҡ мәллә,
Тормош теҙгенен тотоп?
Эй, дуҫтарым, ебәрмәйәк,
Тыуған еребеҙ ҡотон!
Беҙҙе тормош сыныҡтырҙы
Ауырлыҡты еңергә.
Ниндәй заман килгәндә лә,
Олатайҙар рухын һаҡлап,
Йәшәйек, дуҫтар, бергә!