+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
17 Февраль 2022, 14:00

Сусҡа сыҡты кейәүгә...

(Мәҫәл) Ваҡыт етеп, көндәр тартҡас йылы яҙғаСусҡа кейәүгә сыҡты бит Ата ҡаҙға.

Сусҡа сыҡты кейәүгә...
Сусҡа сыҡты кейәүгә...

Шунан Сусҡа талап итте Ата ҡаҙҙан:
Минең йырҙы йырла, тине, ошо яҙҙан.

Минең кеүек һөрөп йөрө батҡаҡтарҙы,
Тамам үҙгәртәйек, тине, был яҡтарҙы.

Ләкин ҡаҙ үҙ эшен генә ныҡлап белде,
Сусҡа һүҙҙәренән ул ыҫлып-ыҫлып көлдө.

Бер мәлде Ата ҡаҙ бер аҙ ятҡас боҫоп,
Сығып тайҙы Сусҡа аҙбарынан ҡасып.

Яңғыҙ ҡалды Сусҡа һаҫыҡ аҙбарында,
Ҡаҡай йөрөй бүтән ҡаҙҙар араһында.

Ҡайтманы Ҡаҙ Сусҡа уны саҡырһа ла,
«Ҡурҡ-ҡурҡ» тиеп, уға ҡарап аҡырһа ла.

Оҙаҡ ҡына Сусҡа шулай түҙеп йөрөй,
Теге иһә йылғаларҙа йөҙөп йөрөй.

Сусҡа килеп хорҡолдай бит бер Үгеҙгә:
– Бәхетһеҙмен, күрмәйһегеҙ берегеҙ ҙә!

Бүтән һөмһөҙ ҡаҙҙар ғына уға кәрәк,
Бындай йүнһеҙ ата ҡаҙҙар була һирәк!

Үгеҙ иһә бик ашыҡты һөҙөшөнә,
Ҡойроҡ һелтәп, сығып китте үҙ эшенә.

Унан Тайға килеп һөйләй Ата ҡаҙҙы:
– Ҡайта белмәй, – ти ул, – мәлғүн, тамам аҙҙы!

Кешнәп сығып сапты йәш Тай, тыңламаны,
Ә һарыҡтар Сусҡа зарын аңламаны.

Күп йөрөнө Сусҡа төрлө ғәйбәт һатып,
Илап алды батҡаҡтарға сумып ятып:

– Бейеп китә аҙғын ҡаҙҙар күреү менән,
Файҙаһы юҡ арттарынан йөрөү менән!

Һәм, ниһайәт, яланда ул Атты күрҙе,
Юртаҡ уға бик аҡыллы кәңәш бирҙе:

– Юҡты юллап йөрөмә һин, мине тыңла:
Сусҡа Ҡаҙға тиң түгел бит, шуны аңла…
***
Ҡайһы саҡта иҫеп ҡуя шундай елдәр,
Булып ала тормошта ла шундай хәлдәр…

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: