+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
19 Февраль 2022, 12:00

Ваҡыт

– Булыш! – тинем танышыма,Арығас, эштән туҡтап.– Ваҡыт юҡ! – тип яуапланы, – Булышыр инем мотлаҡ...

Ваҡыт
Ваҡыт

Хәҙер ваҡытлы итәм, – тим,
Һүлпән ғәҙәтен белеп, –
Минең ваҡыт баштан ашҡан,
Бына, ал, бирәм телеп!

Хәтерһеҙ... табыш

Танышым бар, юҡ хәтере,
Булмағас, ни әйтәһең?!
Мәжлескә барһа, онота
Торған һайын кәпәсен.

“Сатнаған” башын күтәреп,
Алдағы көн таңында,
Кәпәсен юллап теркелдәй
Кистән үткән табынға.

– Килдем эҙләп, – ти хужаға, –
Кәпәсемде, тапмағас.
Кәпәсһеҙ ҡайтҡан башҡайым
Ауырттырып сатнағас.

Булмаҫмы, – ти, – йәбештереп
Сатнаштырған тирәһен?
Ҡалманымы шешә төбө?
Елеме шул, күрәһең...

Көн дә торғас “сатнап” башы,
Тороп көн дә “яманы”.
– Ҡайҙа?
– Кәпәс ҡалған йортта –
Хәтеркәйе самалы.

Әле лә ул ята йәшәп
Тормошта шул ағышҡа.
Кәпәс онотоу ғәҙәтен
Әйләндергән... табышҡа...

Күстәнәс

Күршем минең үтә йомарт,
Бирҙе ҡыҫтап күстәнәс.
Рәхмәт уҡып алдым инде:
– Ал, зинһар! – тип көсләгәс.

Ҡат-ҡат ҡыҫтым ҡулын, ҡосоп,
Тыуған ҡайнар хистәрҙән.
Асһам күстәнәс төргәген,
Ята балыҡ... еҫләнгән.

Биргән дәһә ҡыҫтай-ҡыҫтай,
Тамағынан үтмәгәс.
Тауыҡтарға ашатырмын,
Ни тиһәң дә, “күстәнәс”.

Күршем кергән: – Ут күршеләр
Табышты ла бүлә! – тип.
– Ярты балыҡ – күстәнәскә,
Ярты хаҡын түлә! – тип.

Күсерә

Уҡытыусы аңлатҡанды
Ултырманы төшөнөп.
Ултырҙы ул дәрес буйы
Башҡаларҙан күсереп.

Бала саҡтағы күсереү
Күсте ғүмер юлына.
Торған һайын күсерә ул,
Күп тапҡырҙар йылына.

Хакер хәҙер – тайыш юлда,
Шунан табыш төшөрә –
Банкоматтың аҡсаларын
Кеҫәһенә күсерә.

Керәһе килгән

– Мәсет һалыу уйы һинең
Нисек башыңа килде?
– Гонаһтарым тынғы бирмәй,
Әйткәс әйтәйем инде:

Керәһем килде үлгәс тә
Ожмах тигән баҡсаға.
– Һалдың кемдең аҡсаһына?
– Урлап тапҡан аҡсаға...

Йыуған

Әйтте берәү: – Зыяратта
Көн буйы ҡойма ҡойҙом.
Хоҙай алдында йөҙөм аҡ –
Гонаһтарымды йыуҙым.

Рәхәт булып китте йәнгә,
Гонаһ юҡлығын тойғас.
Кәрәкһә, тағы йыуырмын,
Яңы гонаһтар йыйғас...

Ғәҙәт

– Ни хәл, ҡорҙаш?! Ни сәбәпле
Алам-һалам кейендең?
Юҡмы әллә яңырағы
Шифоньерҙа кейемдең?

– Ник булмаһын! Был өҫтөмдә
Балаларҙан бүләк бит!
Тапшырҙылар тыуған көндә,
Аҡ бәхеттәр теләп бик.

– Иҫкенән бүләк буламы,
Атайҙарын алдатып?
Кеҫәләре таҡырмы ни?
Бирмәҫһеңме аңлатып?

– Аңлатыуы ҡыйын түгел,
Аңлаталам, әлбиттә.
Иҫке биреү өйҙә беҙҙең
Кергән күптән ғәҙәткә.

Үҫте улар сабый саҡтан
Шул иҫкегә һөйөнөп.
Ҙурҙарының иҫкеләрен
Кесерәге кейенеп.

Ҙурырағы мин кейгәндең
Алды көтөп туҙғанын.
Тишек салбар, күлдәгемде
Һис торманым ҡыҙғанып.

Буй еткергәс, үҙҙәре лә
Күңелемде күрәләр.
Хәҙер инде иҫкеләрен
Улар миңә бирәләр.

– Әйтмәйһеңме, бүләк – иҫке,
Бармы һеҙҙә әҙәп, тип?
– Әйтәм дә ул, яуаплайҙар:
– Һин өйрәткән ғәҙәт бит...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: