+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
20 Февраль 2022, 17:05

Ишәк

Көләйем тиһәң, көл, уҡыусым, ҡайғырһаң инде, ҡайғыр.Теләмәй өйөргә ҡуйырға баш итеп йүнле айғыр.

Ишәк
Ишәк

Өҫтән Ишәк ебәрҙеләр баш итеп йылҡыларға,
Булмаһа ла риза өйөр был хәтле мыҫҡыллауға.

Өндәшмәнеләр. Ишәк, имеш, өҫтәге Ҙур Хужаның
Булып сыҡты әллә дуҫы, әллә яҡын туғаны.

Ниҙән башланы йәш түрә? Оҙаҡ уйлап торманы,
Шунда уҡ нәҫел айғырын эштән ҡыуып сығарҙы.

Бойорҙо аттарға иҫке ғәҙәттәрен ташларға,
Ишәк ҡанундары менән яңы тормош башларға.

«Ҡылғанлы тауҙа тибенеү – был шөғөл яҙыҡ, – тине. –
Шайтан таяғы кимереү – файҙалы аҙыҡ», – тине.

«И-һа-һа!» тип хәбәрләшеү – бигерәк тупаҫ, – тине. –
«И-а! И-а!» тип йырлағыҙ – вәт һеҙгә указ!» – тине.

…Айҙар уҙҙы, уҙҙы йылдар. Ғүмерҙәр уҙа торҙо.
Ҡартайған аттарға алмаш – ҡасырҙар* тыуа торҙо.

Үҫмәне хәҙер өйөрҙә яу сабыр дөл-дөл аттар,
Бәйгеләрҙә ярһып елер, ал бирмәҫ арғымаҡтар…

Был тарих, ҡыҫҡа булһа ла, һығымта яһау һорай:
Ишәк баш булған далала аттың нәҫеле ҡорой.

--------

* Ҡасыр – мул, ишәк менән ат гибриды

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: