-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Февраль 2022, 16:15

Камил ФАЗЛЫЙҙан замана шиғырҙары

("Бары һинең арҡала!") Сара Түрәбеҙҙе бөрөп алдыҡ:– Ниңә ауыл тарҡала?Почтальонһыҙ тороп ҡалдыҡБары һинең арҡала!

Камил ФАЗЛЫЙҙан замана шиғырҙары
Камил ФАЗЛЫЙҙан замана шиғырҙары

– Үҙе теләп китте ул, – ти, –
Күрәм табыу сараһын.
Урынына килмәйһегеҙ,
Юҡты ҡайҙан алаһың?

– Һатыусыһыҙ, – тибеҙ, – кибет,
Күптән тора йоҙаҡта.
Кибеткә һатыусы табыу
Һуҙылырмы оҙаҡҡа?

– Тәнҡитегеҙ хаҡ, – ти түрә, –
Күрәм табыу сараһын.
Урынына килмәйһегеҙ,
Юҡты ҡайҙан алаһың?

Мәҙәниәт йорто бикле,
Ҡайҙа күңел асырға?
Ник уйлаған гармунсыбыҙ
Ситкә сығып ҡасырға?

– Үҙ теләге менән китте,
Күрәм, – тине, – сараһын.
Һеҙ гармунда уйнамағас,
Юҡты ҡайҙан алаһың?

Медпункт бар, фельдшеры юҡ,
Ҡайҙан фельдшер табырға?
Ваҡыттыр сара күрергә,
Кәрәктер саң ҡағырға!

– Сараһы шул, – тине түрә, –
Һеҙгә хәбәр итәмен:
Инде һеҙ күрегеҙ сара –
Түрәлектән китәмен!

Теймәһенсе күҙҙәрең
Һай, теле матур асыла,
Теймәһенсе күҙҙәрең.
Күрсе, хатта әйтә белә
“Атай”, “әсәй” һүҙҙәрен.

Һүҙҙе һүҙгә ялғамаҡсы,
Ҡытыр-бытыр һөйләнә.
...Пенсияға сыҡҡан ине,
Туған телен өйрәнә.

Һөйләшә

Сит яҡтарҙа йәшәп ҡайтҡас,
Урыҫсалап һөйләште.
– Туған телдә һөйләш! – тигәс,
Тотто беҙҙең кәңәште.

Телкәйҙәре телгә йоҡмай,
Һүҙ әйтмәгеҙ үҙенә –
Хәҙер инде ҡулын болғап
Тап беҙҙеңсә һүгенә...

Йоҡторҙом

Экрандан көн-төн һөйләйҙәр
Пандемия хаҡында.
Кибеткә лә юҡ сыҡҡаным,
Торһа ла ул яҡында.

Туплай башым дикторҙарҙан
Ишеткәнде, белгәнде:
Нисәү сир менән ауырып,
Нисәү сирҙән үлгәнде.

Баҡһаң, экран үҙе лә – сир!
Юҡҡа ҡарап ултырҙым.
Бер туҡтауһыҙ ҡурҡыу сәскәс,
Ҡурҡыу сире йоҡторҙом...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: