+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Март 2022, 17:00

Ҡатынмы, ҡолмо?

(Шаярыу ҡатыш) Хәлүәнең ире – ханмы ни:“Һөйәркә”һе уның дүрт – Диван, телевизор, гәзит-журнал,“Бабушкин компот” – сканворд.

Ҡатынмы, ҡолмо?
Ҡатынмы, ҡолмо?

“Һөйәркә”ләр ҡосағынан
Ысҡынһа аҙға ғына:
“Ҡарсыҡ, асыҡтырҙы- ы- ы!” – тиеп
Ер йыртып ҡысҡырына.

Хәлүә йүгерә, тамағы туҡ,
Өҫтө таҙа булһын, тип.
Ҡуҡыр ханы-солтанының
Барыр юлы уңһын, тип.

Таңдан күҙен тырнап асып,
Төшкө аш та хәстәрләй.
Иртәнгелеккә өҫтәлдә
Боҫ(о)рай бутҡа һәм сәй.

Эшкә саба, өлгөрөргә
Кәрәк унда барыһына:
Ашханала төшкө ашҡа
Килеп тула барыһы ла.

Телен арҡырыға тешләп,
Эштән ҡайтҡанда арып,
Көс еткеһеҙ аҙыҡ-түлек
Ташый ул һатып алып.

Ире хәҙер ҡайтып керер,
Өлгөрөргә әҙерләп:
Ҡыҙын, улын, ҡәйнә, ирен
Ашатырға ҡәҙерләп.

Әйләнә лә, тулғана ла,
Туҡтауһыҙ мәшәҡәттән
Арманһыҙ булып ауа ул
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштән.

Ҡырын ғына ятып алып
“Һөйәркә”ләре менән,
Хәлен һорамайса ире
Йылмая хәләленә.

Ир ҡатыны буламы икән,
Йөк атымы, ҡолмо ул?!
Хәлүәнең тормошоноң
Мәғәнәһе шулмы ул?

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото: nmp-official.livejournal.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: