Беседкаһы өҫтәлендә
Компьютер ҡалды ятып.
Хәл алғандай булды ул да,
Киң донъяға күҙ атып.
Ишек алдында йөрөй ҡаҙ
Хистәре тора ташып:
Өс аҙна ултыра ояла
Бисәһе күкәй баҫып.
Беседкаға килеп инде,
Асыҡ ишектән уҙып.
Компьютерға ҡарап торҙо,
Оҙон муйынын һуҙып.
Оҡшаманы компьютерға
Ҡаҙҙың был һөмһөҙлөгө.
Бик оҙаҡ ҡарашып торғас,
Ҡалманы түҙемлеге.
Әйтте ҡаҙға: «Аңра ҡош,
Нишләргә самалайһың?
Яҙыу-һыҙыу эшендә һин
Бер нимә аңламайһың.
Ҙур роман яҙып маташа
Яҙыусы – минең хужам.
Ә мин уның фекерҙәрен
Ентекләп теркәп торам.
Әҙәбиәт донъяһында
Ул тынғыһыҙ мосафир.
Сығышы Әҡбәровтарҙан,
Исеме уны Закир.
Ул әҙ белә. Мин унан
Бик күпкә артыҡ беләм.
Яҙа алһа ла, яҙыр ул
Тик минең ярҙам менән».
Ҡаҙҙың асыуы ҡабарҙы
Компьютерҙың һүҙенә.
Үҙ фекерен әйтте, ҡарап
Уның һыңар күҙенә:
«Ай-һай, маҡтансыҡ икәнһең,
Әй һин, тимер киҫәге!
Бер быуатҡа ла тулмай бит
Нәҫелеңдең иҫәбе.
Ә бит ҡаҙҙар кешеләргә
Мең йыл хеҙмәт иткәндәр.
Тарихҡа яҙылып ҡалған
Беҙҙең баштан үткәндәр.
Боронғо Римгә дошман яуы
Ябырылып килгәндә
Оран һалып уятҡандар
Халыҡты хәтәр мәлдә.
Аҡмулла бит компьютерҙың
Ни икәнен белмәгән.
Беҙҙең ҡанат менән яҙған
Әҫәрҙәре меңләгән.
Уҡымаҫһың һин уларҙы,
Бәлки, һанарһың әле.
Хужаңа әйт: ҡанат менән
Яҙып ҡараһын әле…»
Ҡаҙ ҡаңғылдап китте сығып,
Компьютер ҡалды ятып,
Булдыҡһыҙ хужаһы өсөн
Ғәрлек хистәре татып…