Сирҙең башы – һимеҙ ит, ти,
Унда холестерин күп, ти.
Күсһәм кишер, кәбеҫтәгә,
Файҙалы булыр кеҫәгә.
Заман башҡа, йәшәү башҡа,
Өйрәндек шул тәмле ашҡа.
Кәбеҫтә, бәрәңге, кишер –
Ҡыҫыр шул ул итһеҙ ашта.
Ит менән улар бик татыу,
Ҡайнап-ҡайнап бешә шулай.
Ҡыҫыр ашты һис хушһынмай,
Ҡарын үкерептәр олой.
Ашау тәмле, йәшәү йәмле,
Асылмай әлегә сере:
Тағы ниндәй генә сырхау
Һағалай ҙа йөрөй беҙҙе?
Проблема ла, сир ҙә арта,
Башты бәреп булмай ташҡа.
Көн дә бер ус дарыу ҡапһаң,
Эшләп киткән була баш та.
Сирләмәһәк, аптекалар
Йәшәй алмай беҙҙән башҡа...
Ана тағы кәстрүлдә
“Холестерин” бешеп ята...
Тәнзилә НАЗАРОВА-ИҪӘНБИРҘИНА.
Фото: liveinternet.ru