Һорап ҡуйҙым:
– Бындай йомарт
Йылмайыу булмай юҡтан.
Тимәк, эсендә шатлыҡ бар,
Йөҙөнә бәреп сыҡҡан.
– Сығыр ҙа шул! Өйләндем бит!
Өйләндем хур ҡыҙына.
Уны күреп, барлыҡ ир-ат
Бәхетемә ҡыҙыға.
Үҙе затлы, үҙе татлы,
Йәнеңде иретерлек,
Ғүмер буйы ҡәҙерен белеп
Усыңда йөрөтөрлөк.
…Тағы осраны танышым,
Күпмелер ғүмер үткән.
Был юлы йырыҡ ауыҙы
Ҡолағын уҙып киткән.
– Шатлығым ҙур! Айырылдым!
Булғанмын күҙле бүкән.
Минең хур ҡыҙы тигәнем
Убырлы ҡарсыҡ икән.
Инде яңынан өйләнәм! –
Серен систе танышым. –
Әле ысын хур ҡыҙҙарын
Эҙләп китеп барышым.
Китте таныш. Атлау ҡайҙа!
Ул бейей-бейей китте.
Алда тағы ике шатлыҡ
Көткәнен белмәй китте.
Фото: Vk