-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Март 2022, 11:00

Фирүзә АБДУЛЛИНАнан шиғри күстәнәс

Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп,Тик тормай телем:– Минең ярҙамдан зыянымКүберәк, – тимен.

Фирүзә АБДУЛЛИНАнан шиғри күстәнәс
Фирүзә АБДУЛЛИНАнан шиғри күстәнәс

– Ни һөйләйһең ул? – тигәндәй
Йылмайып ҡарай,
Икәү генә эшләһәк тә
Эшебеҙ ырай.

– Беҙ бергә саҡта, – тимен мин, –
Кәрәкмәй ярҙам!
– Эсте тишмәҫ ине, – тиһең, –
Бер көндә ҡаҙһаң.

– Картуф шәп, – тиһең,– моғайын,
Мөгәрәп тулыр,
– Эшкә булмаһа ла ашҡа, –
Тим, – кеше булыр!

Шығыр-шығыр йөрөһәм дә
Тик тормай телем:
– Картуф сүпләп шуны белдем –
Бар икән билем!

– Уф, билем, – тим,
– Арыным, – тим,
Ҡырын ҡарамай,
Йылмая тик:
– Әл дә әле
Телең арымай!

– Көрәкте, – тим,– минең телгә
Бәйләһәк әгәр,
Күптән ҡаҙып бөтөр инек,
Биллаһи мәгәр!

Тиҙерәк тә эшләр инем,
Эшләһәм телһеҙ…
…Икәү бергә саҡта беҙгә
Булмаҫ күңелһеҙ!

Фокус

Ауылға юл төҙөнөләр
Хөкүмәт аҡсаһына.
Өс саҡрым етмәне. Осҡан
Түрәләр баҡсаһына.

Һайлау еткән һайын ошо
Өс саҡрым иҫкә төшә:
Һәр депутат вәғәҙәлә
Юлды төҙөтөп бөтә…
…Иҫкә төшә студент йылдар,
Бүлмәлә бишәү инек,
Һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып
Күңелле йәшәү ине.

Бер көн шулай бер ҡыҙыбыҙ
Дәфтәр бите таратты,
Фокус вәғәҙә итте лә,
Йом(о)шартырға ҡушты.

Ултырабыҙ ҡағыҙ ышҡып-
Фокусҡа иҫтәр китте:
Дуҫ ҡыҙыбыҙ, йыйып алып,
Бәҙрәфкә сығып китте…

…Һайлау етһә, иҫкә төшә
Йәш саҡтағы ваҡиға,
Күпме депутат һайланды
Ошо юлдың хаҡына!

Алдап-йолдап кешеләрҙе
Күпме депутат ота!
Ә юл нисек? Урынында!
Шул килеш һаман ята.

Егерме йыл инде шулай
Һайлауға наказ әҙер,
Нисәнсе депутат инде
Юлды “төҙөргә әҙер”.

Килер һайлауҙар хаҡына
Төҙөмәйсә һаҡлайҙар.
Ә беҙ һаман ышанабыҙ-
Фокус инде һайлауҙар…

Ирҙәргә ҡатындарҙан
(шаярыу ҡатыш)

Үҙ – үҙемде маҡтамайым,
Мин фәрештә түгел, беләм,
Әммә ошо холҡом менән
Һиңә ярап йәшәп киләм.

Күп мыжымай, ипләп кенә
Кисерәм бар ғәйебеңде,
Өҫтөң таҙа, ашың тәмле,
Ҡалғаны үҙ мәйелеңдә.

Халыҡ алдында даныңды
Сығармайым, үҙем "йотам",
Һорамайым наҙ, йылы һүҙ —
Ғүмер буйы сабыр көтәм.

Сағыштырып әллә кемгә,
Уйлайһыңдыр — бына бәхет!
Һин әлегә аңламайһың —
Ошо көнөң — үҙе тәхет!

Ҡәҙерен бел бергә саҡтың,
Был бәхет бит мәңге түгел,
Ҡырыҫ-мырыҫ ҡарашыңдан
Кителмәһен минең күңел.

Мин — ҡулдағы сәпсек кенә,
Торна булам, ҡулға алһаң!
Ер-һыу илар көнөң килер,
Минән яҙып, минһеҙ ҡалһаң.

Үҙ ҡатының — бахыр баҡыр,
Сит ҡатындар — гәүһәр, алтын...
...Үҙ аламаһына ғына
Күнә бит ул һәр бер ҡатын!

Һин ымһынма башҡаларҙың
Күҙ-ҡашына, буй-биленә —
Тик һыйырҙы ғына кеше
Һайлай ҡарап елененә.

Тик юртаҡты һайлай кеше,
Ҡарап буй-һын, тояғына.
Ә һөйгәнде — йөрәк таба,
Ул һайламай. Тоя ғына.

Сайҡалдырма, әлегәсә
Тигеҙ бара беҙҙең карап,
Бәлки, кемдер көнләшәлер,

Һиңә ситтән генә ҡарап.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: