Йогурт тиһәң – йогурт була –
Сит илдәрҙең мәмәйе.
Беҙҙеңсә, башҡортса әйтһәң –
Ул була ҡатыҡ сәйе.
Ҡатыҡҡа һал сейә һутын,
Бал ҡушып әҙ-мәҙ бута.
Шешәләргә ҡойоп ҡуйһаң,
Бала шатланып йота.
Шешәләрен биҙәп ҡуйһаң,
Ҡарауы ла йәмлерәк.
Сит илдеке алыҫ торһон,
Беҙҙең йогурт тәмлерәк.
Тәмле, сөнки барыһы ла
Тәбиғәттән йыйылған:
Сейә тау битендә үҫһә,
Һөтө – беҙҙең һыйырҙан.
Башҡа ҡушымта кәрәкмәй –
Ингредиент тигәндәре.
Бында еткән һыйыр һөтө,
Тәбиғәт еләктәре.
Һыйырыбыҙ саф һауала,
Йәп-йәшел үлән ашай.
Йылғанан таҙа һыу эсә,
Уға яланда оҡшай.
Оҡшағас, һөтөн дә бирә
Күп итеп балаларға.
Әйҙә, эшләһендәр йогурт,
Файҙа булыр уларға.
Балалар ләззәтте һуҙып
Ҡапыл эсеп бөтмәйҙәр.
Ә шулай ҙа йогурт булһа,
Башҡаларҙы көтмәйҙәр.
Көтмәҫтәр шул – тәмле булғас
Беҙҙең башҡорт йогурты.
Сит илдеке шатландырмай,
Беҙҙең ил бит – бал йорто.
Риф ДӘМИНЕВ.