Их, әрәм булған имән,
Үҙе яҡшы сорт булған.
Шәп сорт булыуҙамы ни,
Эсе тулы ҡорт булған.
Нигеҙгә бармай, тиеп,
Атай ҡуйҙы уфтанып.
Күрше һөйләнә: “Һайлап
Алғанһығыҙ туфтаны”.
Шундай ҡортло имәндәр
Күп осраны тормошта.
Уларға нигеҙләнеп
Йәшәнем ҡоро-бушҡа.
Имән һынлы имән дә
Ҡортлап киткеләй икән.
Уяу булмағандарҙы
Ярҙан төрткөләй икән.
Ҡыуыш имәнгә теймә,
Тиҙҙән былай ҙа ауыр.
Ҡортло булып йәшәүе
Түгел тиһеңме ауыр.
Ундайға яҡын килмә,
Һине лә йығыуы бар.
Бына тигән кешегә
Ҡорттары йоғоуы бар.
Баһадир ҡиәфәтле
Мин осратҡан имәндәр
Ныҡ нигеҙ булыр тиһәм,
Йәл, ҡортлап йөрөгәндәр.
Ғәжәпләнеп торамын
Елкәмде тырнай-тырнай.
Аңла, улар бит һинең
Тырнаҡ осо ла тормай.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.