-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Апрель 2022, 15:00

Көлә-көлә "ҺӘНӘК" килә

“Кикрикүк!”– Йөкләмәбеҙҙе үтәнек!Кикрикүк! Тантана! –Тауыҡ һалған йомортҡағаӘтәс шулай маҡтана.

Көлә-көлә "ҺӘНӘК" килә
Көлә-көлә "ҺӘНӘК" килә

Мәңгелек мөхәббәт

Йөрәк серен ахырҙа
Булды Кәзә асырға:
– Һөйөүемде мәңге кәметмәм,
Йәнкиҫәгем минең, Кәбеҫтәм!

Бөйөклөктөң сере

Ҡарҡылдай башланы Ҡарға,
Күтәрелеп бик бейек.
Бейектә “һайрағас” ни, ул
Һандуғастан да бөйөк.

Еп фекере

Кейәүгә сыҡҡас Энәгә,
Әйтте Еп эре генә:
– Миңә эләкмәһә башың,
Юғалыр инең, Энә!

Мар. СӘЛИМ.

Көрәшәйек бергәләп!

Мин – Һәнәк. Йәптәрем үткер,
Сәнсә улар ҡыҙғанмай,
Кире типтар үрһәләнә
Йотҡан кеүек ҡыҙған май.

Туҡһан йәшкә етһәм дә мин,
Гүйә йәп-йәш егетмен,
Ҡалған бөтә кәмселекте
Йәптәремә элеп алып,
Һелкеп һалыр кеүекмен.

Эйе, кәмселектәр үрсей,
Әйтерһең, ҡый үләне,
Ә миндә уғата арта
Әсе көлөү кимәле.

Ә мин уның һайын ярһыу,
Уның һайын үслемен,
Ярай ерҙә ғәҙеллек бар,
Шуның менән көслөмөн!

Үтәп кенә йәшәйем мин
Бары намыҫ ҡушҡанын.
Дуҫтарым да байтаҡ минең,
Үә бихисап дошманым.

Дошман – тормош йәмһеҙләүсе
Төрлө әтрәгәләмдәр,
Дуҫтар тигәнем – хәҡиҡәт,
Хаҡлыҡ һөйгән әҙәмдәр.

Яҡшылыҡ менән Яманлыҡ
Ғүмер баҡый көрәшкән.
Һәнәк ситтә ҡаламы һуң
Ошо изге көрәштән?!

Һораһағыҙ: “Ә һин үҙең
Ҡайһы көстөң яғында?”
Тыуған көндән бирле торам
Мин Яҡшылыҡ һағында!

Тик баҫып ҡына тормайым –
Уның өсөн көрәшәм!
Саф күңелле кешеләргә
Мин йылмайыу өләшәм.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған,
Көрәшәйек бергәләп.
Көр кәйеф, көс-ғәйрәт теләп,
Һеҙҙең дуҫығыҙ Һәнәк.

Марат КӘРИМОВ.

 

Хөббөниса зары

Һуңлап ҡына Әтәс ҡайтып керҙе...
Танырлыҡ та түгел... Ләхәүлә!..
Кикрек китек...
Күҙ төбөндә — фонарь...
Аяҡ аҡһаҡ...
Саҡ-саҡ һөйрәлә...
Хөббөниса, Әтәсенә ҡарап,
Әрнеп-әрнеп, былай һөйләнә:

– Тағы күршеләрҙә булдың инде?!
Тағы гонаһ ҡылдың, туйымһыҙ?!
Үҙеңдең бит ун биш тауығың бар,
Бына тигән, ҡарап туйғыһыҙ.

Яныңдан бит дер ҡалтырап ҡына,
Йомшаҡ баҫып ҡына уҙалар.
Бер саҡырһаң, ун бише лә килә,
Ни теләһәң, шуға ризалар.

Ә һин – харап! Шпор шылтыратып,
Күкрәк киреп йөрөгән булаһың,
Өҫтәүенә, маҡтанаһың әле,
Йәнәһе лә, иртә тораһың.

“Кикрикүк!” тип һөрән һалаһың да –
Эшең бөттө!
Эштең ҡалғаны
Меҫкен тауыҡ елкәһенә төшә:
Күкәй һалыу, себеш ҡарауы...

Әле беҙҙең сәс ағарып бөтә
Бер баланы кеше иткәнсе!
Тауыҡтарҙың себештәре күпме? –
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек!

Ә һин көн дә кәзә һуҡмағында
Һөйрәләһең, әҙәм аҡтығы!
Йә, күршенең тауыҡтары ҡаҙмы,
Томшоҡтары әллә алтынмы?!

Сит тауыҡтар өсөн ҡанға батып
Ҡайтҡан инең үткән аҙнала!
Һаман тәүбә итмәгәнһең икән!
Тауыҡ – тауыҡ инде ҡайҙа ла!

Ярай, ярай!.. Кикрек һәлендереп,
Ғәфү һорап, миңә ялынма.
Муйыныңды бороп, күршеләрҙе
Алдым-керҙем булыр табынға!

Малды, эйәһенә оҡшамаһа,
Харам була, тиҙәр, – дөрөҫтөр.
Бигерәк Хәтмуллама оҡшаған шул...
Кит!
Күҙ алдымда торма, һепертке!

...Хөббөниса, шулай тиргәп-ҡарғап,
Аҙғын Әтәсенә ем һипте.

Әнғәм АТНАБАЕВ.

1982 йыл.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в