-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Апрель 2022, 11:00

Ожмах эҙләүсе

Ҡуй, ҡаланы маҡтамағыҙ,Ҡалала йәшәү ситен.Өй өҫтөнә өй өйөлгән,Һауа тигәнем – төтөн.

Ожмах эҙләүсе
Ожмах эҙләүсе

Урамында йөрөп булмай,
Машина ла машина.
Минут һайын авария,
Етә әҙәм башына.

Ҡала минең өсөн түгел,
Мин – тәбиғәт балаһы.
Шул тәбиғәт ҡосағында
Эх, бер дача һалаһы!

Һалдым дача. Янда ғына
Йылғаһы, урманы бар.
Ҡайһығыҙҙың бының кеүек
Ожмахта торғаны бар?

Бер мин генә түгел икән
Ҡаланан йәйәү ҡасҡан.
Күрәм: кемдер минең кеүек
Үҙенә ожмах асҡан.

Шундай ожмах эҙләүселәр
Артҡандан арта бара.
Торған урыныбыҙ яйлап
Ҡалаға тарта бара.

Бер-бер артлы асылалар
Казинолар, кибеттәр.
Йорттар әллә нисә ҡатлы,
Ҡалалағы кеүектәр.

Машиналар тыз-быз саба,
Урамдарҙан үткеһеҙ.
Бында йәшәү мәшәҡәтен
Әйтеп-һанап бөткөһөҙ.

Шаулы ҡалабыҙҙан әллә
Бар халыҡ бында күскән?
Былай йәшәп булмаҫ, ахыры,
Тип уйлап ҡуям эстән.

Яңы урын һайлау кәрәк
Һабышмаҫ борон сиргә.
Эҙләй торғас, килеп сыҡтым
Элек йәшәгән ергә.

Күреп, иҫ-аҡылдар китте:
Ҡалыҡҡан яңы урман.
Шаулай-шаулай сәләм бирә,
Минеме көтөп торған.

Һоро ҡуян тороп сапты
Аяҡ аҫтынан ғына.
Күбәләктәр уйнап оса
Сәскәгә ҡуна-ҡуна.

Шишмә лә бар, ташты ярып,
Сығыр юл тапҡан икән.
Ҡәҙеремде белмәҫтәр, тип
Йәшенеп ятҡан икән.

Аяҡ аҫтым йәшел келәм,
Ҡоштар йыры ҡолаҡта.
Әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ,
Ожмах икән был яҡта.

Хәйерлегә генә булды
Ҡала урынын күреүем.
Бында йәшәр өсөн әле
Дача һалып йөрөүем.

Марат КӘРИМОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас