+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
12 Апрель 2022, 14:00

Йомортҡа

Кәләш менән балаларҙыОҙаттым мин ауылға.Үҙем ҡалдым бесәй менәнҠалалағы фатирҙа.

Йомортҡа
Йомортҡа

Тиҙ арала ашап бөттөм
Кәләш бешергән ашты.
Артабан нимә ашарға,
Тигән уй борсой башты.
Берәй ысулын табырмын,
Бирешмәмен аслыҡҡа.
Һыуытҡыста шығрым тулы
Булған саҡта йомортҡа.
Иртә таңдан кискә тиклем
Ашайым мин был ашты.
Ҡыҫыҡ ҡына эш бүлмәһен
Күкәй ҡабығы баҫты.
Ҡояш ҡалҡа иртәләрен
Кисен бата офоҡта…
Минең өсөн хәҙер ул да
Ҡурылған бер йомортҡа.
Аҡлы-һарылы язаға
Түҙермен нисә тәүлек?
Мине яйлап еңеп бара
Тауыҡ һалған «сәтләүек».
Инде түҙер көс ҡалманы
Тиҙ (е)рәк ҡайт инде, ҡатын!
Юғиһә, ашай башлайым
Бесәйҙең «Kitekat» ын.
Ниһайәт, ҡайтты һөйгәнем!
Ҡаршы алырға сабам.
Шатлыҡ күкәйе тапҡандай
Теймәйҙер ергә табан.
Әйберҙәрен йыбанмайса
Осоп йөрөп ташыйым.
Күстәнәстәр күп, тип әйтә,
Вәт, исмаһам, ашайым!
Ә уларын күргәс инде
Күҙем күкәйҙәй булды:
Машинаның багажнигы
Йомортҡа менән тулы…

Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВ.

Фото: мояоколица.рф

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: