Ғaлим эргәһендә себен –
Себенме ни, сүп инде.
“Ә” тигәнсе, юҡ итәһең,
Йә тиҙерәк һуҡ инде.
Ғалим һуға үҙ башына,
Себен өлгөрә ҡасып.
Һиҙгерерәк, аҡыллыраҡ,
Быныһы инде асыҡ.
Себен тәҙрәгә ҡуна ла,
Көлөп тора ғалимдан:
«Эй, наҙан баш, уйланыңмы,
Ҡотолормон, тип, минән?»
Ғалим, ҡағыҙҙарын алып,
Ҡыштырҙатып ҡарауға,
Әрһеҙ себен килеп ҡунды
Тағы оҙон танауға.
Шкаф башына ултырып,
Тағы ла себен көлә.
Аҡса түләп алған белем
Башҡамы ни ул керә?
«Мин бит һинән аҡыллыраҡ,
Дипломым булмаһа ла.
Ҡайһыбыҙ белемлерәк һуң?
Уны үҙең баһала.
Үҙеңдән түбәндәрҙе лә
Аҡса менән үлсәйһең:
«Мыйығыңа сорнап ҡуй,
Ришүәт бирһәң, үҫәһең».
Күптәр уйлай һинеңсәләй.
Һинеңсә эшләй, тыңлай.
Аҡса биреп, диплом ала,
Ата-әсәһен тунай.
Мин – студент, себен булып,
Һиңә килеп бәйләнәм.
Һинең кеүек менән тулы
Бөтә тирә-әйләнәм».
Ғалим күҙҙәрен аҡайтып,
Себенгә ҡарап тора.
Һеҙҙә бармы шундай ғалим?
Һеҙҙә бармы шундай себен?
Иң тәүҙә шуны һора.