+24 °С
Облачно
Шиғырҙар
16 Апреля 2022, 05:00

Яҙғы ташҡын

Яр ситенә баҫып, ҡарап торамЯҙғы ташҡын һыуы аҡҡанын,Ярҙарына һыймай,урғып-урғып,Сыҙай алмай ярһып ташҡанын.

Яҙғы ташҡынЯҙғы ташҡын
Яҙғы ташҡын

Күңелдәр ҙә яҙғы ташҡын кеүек,
Хистәр аша, һыймай ярҙарға.
Ярһыу хистәремде баҫыр өсөн
Көләс ҡояш килә ярҙамға.
Ташҡын менән бергә ағып китһен
Барлыҡ хәсрәт,борсолоуҙарым.
Ағып китһен алыҫ-алыҫтарға
Яҙғы ташҡын-ағым һыуҙарым.
Ғүмер уҙа аҡҡан һыуҙар кеүек,
Йөрәк хисе таша даръялай.
Күңелдәрҙә йәшәү дәрте тыуа
Ошо сихри,гүзәл донъяла.

Фирүзә ЙӘНГИРОВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас