-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Апрель 2022, 14:00

Әллә шуға

Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ауылдаштар мине ҙурлап,Һайлап ҡуйҙы депутатҡа.Вәғәҙәләр бирмәнем дә,Ҡалмаҫ өсөн оятҡа.  

Әллә шуға
Әллә шуға

Ҡултамғалар йыйманым да,
Эсермәнем затлы шарап.
Әллә ниңә, әллә ниңә
Торманылар минән һорап.

Ҡулдарыма мандат алғас,
Күршем ҡотлап ҡыҫты ҡулды.
Дуҫ тигәнем – дошман булған,
Аяҡ салды. Быуҙы юлды.

Йән дуҫтарым терәк булды,
Һин тормошта айыҡ, тиҙәр.
Ундайҙарға – оло хөрмәт,
Һин бит быға лайыҡ, тиҙәр.

Ә шулай ҙа әпкәләйҙәр
Аҙым һайын аяҡ салды.
Юлдарыма таш яуҙырып,
Сәүек эттәй өрөп ҡалды.

Әлдә генә һеҙ барһығыҙ,
Ҡара эсле дошмандарым.
Эсем бошоп көйрәр инем,
Булмаһағыҙ – ҡуштандарым.

Һеҙ булғанға мин һөйөнәм,
Әллә шуға мин гел уяу.
Бысраҡлыҡтар өйһәгеҙ ҙә
Йөрәгем саф, күңелем һау.

Ниңә шулай

Бар донъяны иңләп алды,
Мутлыҡ уйлап быумалар:
Ҡара эсле иблистәр,
Имән ҡыуышынан тыуған –
Илдән биҙгән тыумалар.

Һеҙҙең ҡулдан ҡорбан була,
Бер гонаһһыҙ кешеләр.
Терактҡа юл ҡуймағыҙ,
Боронғолар үҙ халҡына
Булмаған бит үслеләр.

Әсә һөтөн эскәнһегеҙ,
Һеҙ ҙә аңлы кешеләр:
Ниңә шулай таш бәғерле,
Донъянан ваз кистегеҙ ҙә,
Ҡан-ҡойошҡа ҡаныҡтығыҙ –
Халҡығыҙға үслеләр.

Әсмә еңгәй

Әсмә еңгәй холҡон беләм,
Һөйләшә ҡыҙып ҡына.
Үҙе – ябай. Бер ҡараһаң
Ул – сәйер. Ҡыҙыҡ ҡына.

Һүҙ һөйләһә, һис туҡтамай,
Һөйләшә һуҙып ҡына.
Ҡайһы саҡта, уйламаҫтан
Китә ул туҙып ҡына.

Әсмә еңгәй холҡон беләм,
Уға йүкә сөй һәйбәт.
Ярты һүҙе дөрөҫ булһа,
Ҡалғаны булыр ғәйбәт.

Ғәмһеҙҙәр

Инеп ятыр өйө юҡ,
Көй көйләһә – көйө юҡ,
Ҡунаҡ йыйһа – ашы юҡ.
Нигеҙенең – ташы юҡ,
Мөрйәһенең – башы юҡ.

Шундайҙар бар донъяла,
Ситтә түгел – арала.
Моңһоҙҙар һәм ғәмһеҙҙәр
Әллә ниңә мине һәр саҡ
Бөтмәҫ уйҙарға һала.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: