Көрсөк тә көрсөк,
тиҙәр ҙә,
Аңдарҙы томалайҙар.
Ә был мәлдә
Коммерсанттар,
Талап беҙҙе талайҙар.
Көрсөк һылтауынан ҡулай,
Абаларға халыҡты.
Коммерсанттарға көрсөк шул –
Ҡайтанан бесә хаҡты.
Үҙебеҙҙең диалектта,
үҙебеҙҙең донъялыҡта
Төнәктә тауыҡ –
Келәттә бойҙай.
Төн оҙай…
Кем нимә уйҙай?
Тауыҡ бойҙай уйҙай,
Бойҙайҙы сысҡан урҙай,
Ни уйҙаһын бойҙай?!.
***
Таң башынан ултырҙылар,
Көнбағыш та сирҙылар.
Һүҙҙәре ҡыҙыҡ булғандыр,
Йыш-йыш ауыҙ йырҙылар…
Үпкәләрен йөҙҙөрҙөләр,
Күк төтөнлө быуала.
Ҡойма тотам. Ә янымда,
Ҡатынҡайым сыуала.
Бағанаһын ултыртыша,
Һайғауын тотоп тора.
Ә ҡустылар, беҙгә ҡарап,
Йылмайышып ултыра.
Еңгәләре нисауа шул,
Эйелгәнен, бөгөлгәнен,
Әллә уның күҙләйҙәр.
Әллә минең эшемдәге,
Кәмселекте эҙләйҙәр.
Таң башынан ултырҙылар,
Көнбағыш та сирҙылар.
Һүҙҙәре ҡыҙыҡ булғандыр,
Йыш-йыш ауыҙ йырҙылар...
Ир-егеттәр өсөн йомаҡ
Хәтми-буйҙаҡ кәләш алған,
Арғы оста өй һалған.
Өйөн туйлаған ваҡытта,
Әбейе үлеп ҡалған…
Һорау:
Өйҙөмө оҙаҡ һалған,
Ҡатындымы һуң алған?.
Әҙәм һәм әҙәп
Әҙәп менән әҙәм һүҙен,
Тамырҙаш тип торорһоң.
“Шунан, уныһы ни ғәжәп,
Ни хәжәт?” – тип һорарһың.
Шуныһы ғәжәп һәм хәжәт,
Әҙәмдәр күп донъяла.
Әҙәп – “үгеҙ йөҙөк”тәге,
Усҡа йомған быяла.
Йә миндә лә,
Йә һиндә…
Үгеҙ йөҙөгө кемдә?. .
Кем ҡулында власть?..
Ир власы өйҙән китһә,
Ир власы илдән китер,
Бисә-сәсә телен сарлап,
Байраҡ болғап алдан китер.
Ҡайҙа барыр, ниңә барыр,
Уны инде белгән дә юҡ.
“Алда упҡын, туҡта!”— тип тор,
Ҡолағына элгән дә юҡ.
Ир власы өйҙән китһә,
Ир власы илдән китер.
Ил-йорт ҡотон бире урлар,
Хаос килер, ырыҫ китер.
Йомош менән барҙым хужаға
– Хужа үҙендәме?
– Эйе, әле,
рокировка яһап
ҡалғайны.
Хәле ҡатмарлашты,
Тегенеһе,
Аты менән йөрөп
һалғайны.
– Эше тығыҙ микән?
– Үтә тығыҙ,
Бер ладьяһы ҡалған
ҡамауҙа.
Тегеһенең барлыҡ уй-
хыялы –
Пешкалары менән
янауҙа.
– Ҡабул итер микән?..
– Хужа, шөкөр,
Маттар ҡабул итеп
Өйрәнгән.
Тегенеһе,
Күптән мат ҡуйырлыҡ,
Була инде, шунда
йөрөнгән
(Бүре янында һарыҡ өйрөлгән).
– Туҡылдатайыммы?
– Әллә инде,
Дөңкөлдәткән әле өс мөдир.
Улар ҡасан уйнап бөтә әле,
Өс-дүрт көнһөҙ,
Килмә һин, Мөнир.
Беҙҙең хужа,
Үтә ныҡышмал бит,
Баш күтәрмәҫ, әгәр шарт ҡуйһа,
Бөйөк эш ҡылғандай,
Баш сайҡап шатланыр,
Әгәр берәйһенә мат ҡуйһа.
– Улай икән...
Ярай, мин әләйһәң,
Өс-дүрт көндән
Йәнә килермен.
Йомош һорап яҙған
ғаризамды,
Шул килгәндә, мотлаҡ
Бирермен...
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.