+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Апрель 2022, 12:20

Һорашыуҙар-аңлашыуҙар

Риф МИФТАХОВ Таҙартҡан– Гөлкәйем, эшкә ашығам,Таҙарт, зинһар, туфлиҙарҙы.– Етте! Иртән таҙарттым битҺинең бөтә кеҫәләрҙе.

Һорашыуҙар-аңлашыуҙар
Һорашыуҙар-аңлашыуҙар

Иң яҡшы хужа

– Һинең хужаң нисек һуң?
– Бәреп әйтә йөҙөңә!
– Ә һеҙҙеке нисегерәк?
– Күренмәйбеҙ күҙенә…
– Һеҙҙеке лә ҡыйыу, тиҙәр?
– Етмәйҙер беҙҙекенә:
Ҡурҡмай-өркмәй бирә
Дәүләт милкен үҙенә!

Аптырау

– Ҡатын кисә әйтеп ҡуйҙы:
Театрға барғанбыҙ,
Ике сәғәт буйына беҙ
Нәмәлер ҡарағанбыҙ?!
Нәмәлер ҡарағанбыҙ?!
– Нисек, нисек?.. Театрға
Беҙ барғанбыҙ тиһеңме?!
Быны үҙең белмәйһеңме,
Әллә эскән инеңме?!
– Ниңә быға аптырайһың,
Бер ҡатлыһың бигерәк:
Айныҡ баштан театрға
Нисек йөрөмәк кәрәк?!

Нисек аңларға?

– Өйгә һуңлап ҡайтҡаныңды
Һин нисек аңлатаһың?
– Ҡатын-фәләнем юҡ минең…
– Ҡатын-фәләнең булмағас,
Ниңә һуңлап ҡайтмайһың?!

Нисек мөмкин сығырға?

– Әхирәтем, – ти Хәлиҙә, –
Тик бер генә күреүҙә
Ғашиҡ булдым бер иргә!
– Һин үҙеңдән, – ти
дуҫ ҡыҙы, –
Уйланыңмы көлөргә:
Кеҫә яғын, байлыҡтарын
Башта кәрәк белергә!
Быны белмәй ир-аттарҙы
Нисек мөмкин һөйөргә?!

Ауыҙ ҡаплау

– Ниңә ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы
Ҡыҫып үбә күберәк?
– Шунһыҙ уларҙың ауыҙын
Нисек ҡапламаҡ кәрәк?!

Йәшәреү

– Әйт әле, дуҫ, һинең ҡатын
Йәшме шулай, ҡыҙҙар һымаҡ?
– Йәшлеген йәш, тик биҙәнә
Өс сәғәткә оҙағыраҡ.

Уңған күрше

– Көҙ еттеме мин урмандан
Бәшмәк йыйып тоҙлап ҡуям.
– Урман, имеш, ә мин уны
Тик балкондан ғына йыям!
– Булдыраһың, вәт, молодец,
Үҫтерәһең яп-яҡында…
– Күршем шәп бит,
бәшмәктәрен
Ул киптерә балконында!

Ләззәт табыу

– Теш врачы һөнәрен һеҙ
Һайланығыҙ ниңә, һеңлем?
Булыр ине һайларға ла
Еңелерәк һөнәр төрөн.
– Үкенмәйем һайлағанға
Бына ошо һөнәр төрөн:
Ниндәй ләззәт ир-егеттең,
Күҙгә ҡарап, дер ҡалтырап
ултырыуы!


Ишекһеҙ бәҙрәф

(Баҡсалағы һөйләшеү)
Ҡатын:
– Бәҙрәфтең ишеге юҡ,
Өс йыл инде ҡуймайһың!
Ир:
– Уға ниңә ишек кәрәк,
Унан нимә урлайһың?!

Илаһаң да...

– Һин ниңә шулай бәғерһеҙ…
Ниңә илайым мин көн дә,
төн дә…
– Әйтмәһәң дә беләм,
тун алырға
Юҡ кеҫәмдә минең
бер тинем дә.

2017.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: