-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Апрель 2022, 13:00

Уҡлау

Әсхәр КӘШФУЛЛИН (Заман үҙгәрә, ғәҙәт үҙгәрмәй). Көтөү китә, көтөү ҡайта,Сепаратҡа йөрөйҙәр.Ауылда ниҙәр булғанынТүкмәй-сәсмәй һөйләйҙәр.

Уҡлау
Уҡлау

Кисә кемдең улы ҡайтҡан
Тултырып хәрби хеҙмәтен.
Кем киткән бөгөн ҡалаға
Машинаһын төҙәтеп.
Көтөү китә, көтөү ҡайта,
Күршеләр ләпелдәшә.
Кем ҡыҙын кемдең егете
Оҙатып йөрөгән кисә.

Был донъяла яуызлыҡ бар,
Яҡшылыҡ бар, хәләл бар.
Телефонһыҙ ауыл халҡы
Йөртә хәбәр, хәбәрҙәр.

Кемдең ҡыҙы бала тапҡан
Уйнаштан-шаярыштан.
Һабантуйҙа кемдең аты
Еңеп сыҡҡан ярышта.

Еткән улын Хәйерниса
Уҡлау менән ҡыйнаған.
Көн дә бер ҡыҙ оҙатыуы
Йөрәгенә һыймаған.

Ғәрлегенән улы бөгөн
Ҡалаға киткән тиҙәр,
Киткәндә ғәфү үтенеп,
Әсәһен үпкән тиҙәр.

Ауыл буйлап ғәйбәт йөрөй
Ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан.
Яҙмышы йөртә кешене
Маңлайға ни яҙылған.

Көтөү китә, көтөү ҡайта,
Көтөүҙә бар аҙғын мал.
Көтөүсенең сыбыртҡыһы
Дәрес бирә аҙғынға.

Уҡлауымы, сыбыртҡымы
Эләгә шул аҙғынға.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: