Беләһеңме, ҡыҙым, иң тәмле сәй
Самауырҙа ҡайнап сыҡҡаны.
Юҡсы, әсәй, миңә иң тәмлеһе —
Һинең яһап, һинең ҡойғаны.
Дөрөҫ әйтә ҡыҙым, иң шифалы
Әсәй ҡулдарынан булғаны.
Әсәй наҙы, әсәй һөйөүҙәре,
Бисмиллаһы менән тулғаны.
Алыштырмаҫ һинең һөйөүеңде,
Өҫтәлдәрҙә торған самауыр.
Ҡайтам, әсәй, һинең яндарыңа,
Һағыныуҙан йәшем тамалыр...
Ҡайната тор, әсәй, самауыр...
Гөлиә Азаматова-Мөкминова.
Фото: fotokto.ru