-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Май 2022, 14:00

Тауыҡта зар, кемдәр аңлар?

Рауил ШАММАС (Мәҫәл) Тауыҡтарға хөрмәт һәм ихтирам.Көнө-төнө күкәй һалалар.Әтәстәргә инде бер һан да юҡ,Маҡтауҙарҙан ситтә ҡалалар.

Тауыҡта зар, кемдәр аңлар?
Тауыҡта зар, кемдәр аңлар?

Тауыҡ күңелен кеше аңлаймы ни,
Яңғыҙлыҡтың ниндәй йәме бар.
Бөтә ғүмере үтә әтәс күрмәй,
Күңелендә бары тик моң-зар.

Тауыҡ белә, тик кешеләр белмәй
Әтәстәрҙең ыҫпай атлауын.
Тауыҡтарҙың үҙәктәрен өҙөп,
Шпорҙары нисек ялтырауын.

Әтәстәрҙең тик бер йылмайыуы
Тауыҡ өсөн үҙе бер ғүмер.
Ике күкәй һалырға әҙер көн дә,
Тик кешеләр быны белмәйҙер.

Кеше күкәй көтә, әтәстәрһеҙ
Себеш сыҡмауын да онота.
Әтәстәрҙе шулай ҡыйырһытып,
Был донъяла, әйтсе, ни ота.

Кеше ҡай саҡ уйлай белмәй хатта
Ошо кескәй тауыҡ башылай.
Беҙ, кешеләр, күкәй «давай»лайбыҙ,
Ояламын тауыҡ ҡаршында.

***
Һөйләһәм дә, уйым был тормоштоң
Иң ауыртҡан ере хаҡында.
Ҡыйырһытылған эшһеҙ ир хаҡында,
Йөк йөкмәгән яңғыҙ ҡатында.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: