-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Май 2022, 13:30

Изгелекле Төлкө

Рәдиф ТИМЕРШИН (Крыловтан) Бер уҡсы әберсә турғайын үлтерҙе.Балаларына бәлә килтерҙе:

Изгелекле  Төлкө
Изгелекле Төлкө

Етем ҡалды улар – бәпескәйҙәр,
Улар кескәй әле, бик кескәйҙәр,
Нығымаған әле ҡанаттары,
Кисерәләр аслыҡ ғазаптары.
Әсәләре ем килтерә ине элек,
Саҡыралар әсәләрен серек-серек.
Әммә юҡ уларға күҙ атыусы,
Һис юғында йәлләп һүҙ ҡатыусы.
“Хәлдәре бит харап,
Был мәхлүктәргә ҡарап
Нисек мөмкин һыҙланмаҫҡа,
Меҫкендәрҙе ҡыҙғанмаҫҡа?! –
Тине Төлкө, урман ҡоштарын
шелтәләп. –
Бәпестәргә мотлаҡ ярҙам кәрәк!
Юғиһә, буласаҡтар һәләк!
Килтерегеҙ һис юғында
берәй бөртөк орлоҡ,
Етемдәрҙән йөҙ сөйөрөү – хурлыҡ!
Нимә етә шәфҡәтле булыуға,
Интеккәнгә изгелек ҡылыуға?!
Бына һин, Кәкүк, йөрөйһөң оянан ояға,
Белмәйһең ояла,
Балаларыңды үҙ күрмәйһең,
Тәрбиәләп үҫтермәйһең,
Ҡыҙған сит ҡош балаларын булһа ла,
Бер изгелек ҡылһана!
Ҡошсоҡтар ята һыуыҡҡа саҡ түҙеп,
Ҡаурыйыңды ояларына һал өҙөп,
Мамыҡҡа һыйынырҙар,
Аҙ булһа ла йылынырҙар.
Һин, Һабан турғайы, бик йылдам кейек,
Күтәреләһең бейек,
Оҫтаһың йырларға,
Түгелә моңоң баҫыу-ҡырҙарға.
Тик, бер аҙ туҡтап,
Ныҡлап
Эҙләр инең ем,
Етемдәргә, тим.
Ә һин, Күгәрсен,
Шәфҡәтһеҙ, күрәһең,
Ояңда ятаһың,
Вайымһыҙ күҙ атаһың,
Сабыйҙарың үҫкән бит инде,
Үҙаллыға күскән бит инде,
Осалар унда-бында.
Ә һин, ояңдан сығып,
Етемдәргә үгәй әсәй булып,
Ултырыр инең яндарында.
Һин, Ҡарлуғас, килтер бөжәк тотоп,
Ҡошсоҡҡайҙар ҡуйһын йотоп.
Һандуғас, һинең сихри моңоң
Хәтерләтә бишек йырын,
Етемдәрҙең күңелдәрен асыр инең,
Ҡайғыларын бер аҙ баҫыр инең...
Эй, һеҙ, ҡоштар, һүҙҙәремә
ҡолаҡ һалығыҙ,
Мәрхәмәтле, изгелекле булып ҡалығыҙ!..”
Төлкө өгөтөн бөтөрә алманы...
Бик ҡыҙғаныс булды ҡалғаны:
Аслыҡтан интеккән турғай балалары
Оянан берәм-берәм төштө ҡолап аҫҡа.
Төлкө тел сарламаны башҡа,
Ашап ҡуйҙы бахыр ҡошсоҡтарҙы.
***
Ғәжәпләнмәгеҙ был хәлгә.
Ысынлап та, изге йәнле булһа бәндә,
Изгелек эшләй ул һүҙ ҡуйыртмай ғына,
Файҙа-табышты күҙҙә тотмай ғына.
Кем сафсата һата изгелек хаҡында,
Эш итеүсән башҡалар артында.
Йәнә шуны әйтеп ҡуям:
Үҙе күрмәй зыян.
Шундай һәр кем
Ошо Төлкөгә тиң.

Фото: mishka-knizhka.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: