Урал батыр тоҡомонан
Үлмәҫбай атлы егет,
Совет Ватанында үҫкән
Большевик затлы егет.
Тирәләп халыҡ ултырған,
Уртала усаҡ яна,
Ситтәрәк ҡулы бәйләнгән
Офицер тулап ята.
Үлмәҫбай һирәк мыйығын
Ҡапыл тырпайтып ала,
Ҡыҫыҡ күҙен ҡыҫа төшөп,
Хәйләкәр ҡараш һала.
Ул офицерҙы “йыуата”:
“Һин тыпырсынма, ҡуян,
Хәҙер ошо сылғау менән
Ағасҡа аҫып ҡуям...”
Гөж килә ағай-энеләр:
– Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай,
Был йәнлекте ҡайҙа тоттоң,
Һөйләп ташласы давай.
Ялындырырға яратмай,
Тел асҡысы – теләге.
Үлмәҫбай тыңлаусыларға
Ошо хәлде һөйләне:
– Һунарсы минең ырыуым,
Һунарсы ата-бабам,
Һунарсы ҡаны үҙемдә,
Һунарсы булыр балам.
Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп.
Хазина ине уҙған төн:
Йондоҙло, айлы ине,
Немецҡа тоҙаҡ һалырға
Бигерәк яйлы ине.
Значит, ике еңемә
Ике “туҡмаҡты” алып,
Кәйеф өсөн бер кружка
Русский горькийҙы һалып.
Күркәләнеп сығып киттем,
Ергә лә теймәй табан –
Әйтерһең, тыуған Уралға
Ҡунаҡҡа ҡайтып барам.
Тегеләр яғына еткәс,
Ҡулды күтәргән булам,
Йәнәһе, рәтен килтерәм,
(Хәйлә кәрәк бит, туған.)
Хәтерләп алдым кемдеңдер
Шунда ата-әсәһен.
Һөрән һалам: “Гитлер, – тимен, –
Дөмөккәнсе йәшәһен!..”
Һалдаттар килеп, кеҫәне,
Ҡуйынды һәрмәп ҡарай,
Ә еңгә күҙ төшөрөргә
Баштары етмәй, малай.
Бер заман себен шикелле
Алдылар мине ҡамап:
– Үҙең теләп нәрәтәгә
Килеп индеңме, сабаҡ?
– Офицерға илтегеҙ! – тим, –
Гәп һатырға ваҡыт тар,
Берәй ғәмәлгә ярарлыҡ
Һүҙ әйтеп һалыуым бар.
Штабҡа илтәләр. Күрәм
Дейеүгә хас бәндәне,
Ошо, күрәһең, быларҙың
Офицер тигәндәре.
Доклад яһайым үҙенә:
– Үлмәҫбай атлы булам,
Тау башҡорто тоҡомонан,
Салауат затлы булам.
Икәүҙән-икәү ҡалабыҙ,
Беребеҙ – күҙ, беребеҙ – ҡаш.
– Башҡорт... башҡорт...
– Ул мығырҙай, –
Ниндәй януарға оҡшаш?
Яуапты тапҡыр ҡайтарам:
– Ғәфү итегеҙ мине,
Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа –
Ана шул башҡорт инде.
Ә илем Рәсәй була,
Дауылы, еле лә бар,
Һинең бабаң батып үлгән
Чуд тигән күле лә бар.
Офицер, әй боларынып,
Ҡыҙып китә шул саҡты,
Шым ғына ҡулға төшөрәм
Мин дә ике “туҡмаҡты”.
– Тауышты яратмайым, – тим, –
Ҡиммәт бит һиңә ғүмер.
Бына күрәһеңме быны:
Икебеҙ ҙә – көл-күмер.
– Һин шаянға оҡшайһың! – ти,
Мин әйтәм: – Улаймы ни,
Эш бар саҡта шаярырға
Ыштанһыҙ малаймы ни?
Бына һеҙҙе тар-мар иткәс,
Илдә байрам-туй булыр.
Туй мәлендә шаярырға,
Уйнарға ла уй булыр.
Ә хәҙергә наганыңды
Өҫтәлгә сығарып ҡуй,
Күңелеңә төшөүе бар
Бер-бер төрлө ҡара уй.
– Атырмын! – ти. Ә мин әйтәм:
– Ҡиммәт бит һиңә ғүмер,
Бына күрәһеңме быны:
Икебеҙ ҙә – көл-күмер.
Мирный ваҡыт булһа, бәлки,
Кәңәш тә ҡорор инек.
Бер-беребеҙҙе баллап-майлап,
Өгөтләп торор инек.
Үҙең беләһең, господин,
Хәҙер һуғыш заманы.
Һәр эштә йылдамлыҡ кәрәк,
Ваҡыт яғы самалы.
Аяғын тибеп екерҙе,
Ҡалтырап китте иҙән,
Наганын ырғытып бәрҙе:
– Ни кәрәк һиңә минән?!
– Сәпсемә, – тим, – йә ҡағылыр
Йәһәннәмдең елдәре,
Аңлау кәрәк, тәртә дулап
Атты бармы еңгәне?
Вот шулай. Хәҙер үҙеңде
Ҡунаҡҡа алып китәм,
Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:
“Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”
Йәнәшә сығып китәбеҙ,
Бик эре сирттерәбеҙ:
Йәнәһе, начальник менән
Постарҙы тикшерәбеҙ.
Беҙ үтәбеҙ, ә һалдаттар
Сәләмләй, тура ҡатып.
Тик ай ғына шул сағында
Ҡайҙалыр ҡалды батып...
Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған.
Ана ул ята. Ә үҙем
Сылғау киптереп торам.
Урал батыр тоҡомонан
Үлмәҫбай атлы егет,
Совет Ватанында үҫкән
Большевик затлы егет.