+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
12 Мая 2022, 05:00

Ҡатыны ла ҡыҙ кеүек…

Кәбир АҠБАШ Күршенең өйрәге лә ҡаҙ кеүек,Ҡатыны ла ҡыҙ кеүек…(Халыҡ мәҡәле).

Ҡатыны ла ҡыҙ кеүек…Ҡатыны ла ҡыҙ кеүек…
Ҡатыны ла ҡыҙ кеүек…

Күҙем төштө: күршемдең
Ихатаһы яҙ кеүек.
Ғәжәпләнәм һәм һоҡланам,
Ҡатыны ла ҡыҙ кеүек!

Күҙ һалам да, тертләп китәм:
Һөйөп туймаҫлыҡ кәүҙә.
Нисек барып һүҙ әйтергә,
Ниҙән башларға тәүҙә!

Был ҡатынҡай хәтерләтә –
Гүйә алтын ҡуш таған.
Хатта арттан ҡараһаң да
Ҡатын-ҡыҙға оҡшаған.

Тәбиғәттән бүләк кенә,
Үтә матур, ул – хозур!
Күкрәгендә тулған айҙай,
Балҡып тора ике нур.

Тик ашығыс бер эш сыҡты,
Бөтә өмөт өҙөлдө.
Себер китеп, эшләргә тип,
Ебәрҙеләр үҙемде.

Көнө-төнө завод төҙөп,
Айҙар, көндәр тиҙ үтте.
Күрше ҡатын һәр төн һайын
Төшкә инеп йөҙәтте.
Бына бер мәл ҡайтып төштөм,
Миңә кәрәк шул ғына!
Теге ҡатын беҙҙең яҡта
Йөрөп ята шым ғына.

Ул йөҙөнә ал яулығын
Тартып ҡына ҡаплаған.
Ахырыһы, ҡояшҡайҙан
Бүтән әмәл тапмаған.

Бар булмышы – яҡты йондоҙ,
Сибәрлектең юҡ сиге.
Минең йөрәк йәнә тертләй,
Ысҡынды бөтә биге!

Бәй, теге ҡатын тик үҙе
Янға килеп һыйынды.
Мин үҙемде ҡулға алдым
Әйтәм тиеп уйымды.

– Биткәйеңде ас! – тинем мин, –
Бик һағындым үҙеңде!
Бер бәхетле булайымсы,
Асып ебәр йөҙөңдө!

Күрше ҡатын йөҙөн асты,
– Мин дә һағындым! – тине.
Күҙемде асһам, эргәмдә
Үҙемдең ҡатын ине!

Мин бер аҙға өнһөҙ ҡалдым,
Әллә алдандым микән?
Баҡһам, үҙемдең ҡатынға
Ғашиҡ булғанмын икән.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас