+22 °С
Дождь
Шиғырҙар
20 Мая 2022, 10:00

Шаярыудия

ӨЙРӘК “Һандуғасты әйләндерҙеңИхатаң өйрәгенә…” (А. Ғарифуллина.) Кескәй бер һандуғас инем -Талдарға ҡундым.Хәҙер инде, иргә сығып,Шәп өйрәк булдым.

ШаярыудияШаярыудия
Шаярыудия

Инде талдар ҙа күтәрмәй,
Шуға ерҙәмен.
Ихатаның хужаһы – мин,
Шуға түрҙәмен.
Йәнем, өйрәгеңде һәйбәт
Ҡара һин, малай.
Өйрәккенәң осоп китһә,
Йәшәрһең ҡа(йһы)лай?
Һандуғасың өйрәк булды,
Булыр бер саҡ ҡаҙ.
Күптән булыр ине инде,
Наҙ-тәрбиәң аҙ.
Ҡәҙерләп кенә тор, йәме,
Ихатаң йәмен.
Юҡһа һандуғас булыуҙың
Белә бит тәмен.


АУЫЛСА

”Ауылса минең ейгәнем,
Ауылса инде һөйгәнем.
Ауылса инде кейгәнем –
Ауылса инде һөйләүем…”

А. Ғарифуллина.

Ауылса аяҡта – ҡата,
Башта ла ауылса шәл.
Ауылса тик һыйырым юҡ,
Шуға самалыраҡ хәл.
Үҙәктә йәшәп ятам мин
Аҡса кәрәккәс, түҙеп.
…Эштән ҡайттым… уй, һөйгәнем
Ҡаласа алды үбеп…

ШАҒИРӘ

“Мин бында шағирә түгел –
Ябай ауыл бисәһе.
Ҡырылмаһа-ҡырыҡ эштең
Аңдып тора нисәүһе?”
А. Ғарифуллина

Мин иремә ябай бисә,
Шағирә түгел.
Тик ир күрмәгәндә генә
Хисләнә күңел.
Ҡайҙа ул ябай бисәгә
Ҡәләмгә ваҡыт.
Донъяны ҡыуып булмай бит
Тик шиғыр яҙып.
Ҡәләмемде атып бәреп,
Донъя баҫтырам.
Ир тигәнем мут йылмая
Мыйыҡ аҫтынан.
Иртәнән ҡара кискәсә
Донъя ҡыуам мин.
Кер, посуда, иҙән, тағы
Тәҙрә йыуам мин.
Күрше ҡапҡаһын буяған,
Мин дә буяйым.
Тик күңелдә шиғыр тыуа,
Ҡайҙа ҡуяйым.
Эй, ҡапҡама шалым менән
Шиғыр яҙайым.
Уй, кешеләр картуф ҡаҙа,
Мин дә ҡаҙайым.
Шиғырҙар – тыумаған бала,
Мин мәңге йөклө.
Шуға абышҡам өсөн дә
Мин гел һөйөклө.
…Мин бында шағирә түгел,
Ауыл бисәһе.
Их, ҡалала булһа икән
Һыуым эсәһе.
Ну шиғырҙар тупылдашып
Тыуыр ҙа ине.
Йөклө күңелем бушанып
Ҡуйыр ҙа ине.
Ә әлегә мин йөклөмөн,
Йәнемдә тулғаҡ.
Аттан яман булыр һымаҡ
Һыйыр бер тулап…

МИСӘТ

“Ала һыйыр һуғып китте
Ауыл мисәтен”.
А. Ғарифуллина.

Асфальт өҫтәрендә ята
“Мокрый” мисәттәр.
Һанһыҙ улар, кем йөрөһөн
Уны хисаплап.
Асфальтҡамы баһа бөткән,
Әллә мисәткә?
Мисәттәр һаны кәмемәй,
Күпме киҫәтмә.
Мисәтлеләр эре йөрөй
Асфальт өҫтөнән.
Машиналар урап үтә
Мисәт ситенән.
Ала һыйыр һуҡты тағын
Ауыл мисәтен.
Ауыл башы фарман бирҙе
Тағы киҫәтеп.
Мисәтле фарман үтәлер,
Шик юҡ һис кенә.
Тик һыйыр эште боҙмаһын
Итеп б...с кенә!

ҺАНДУҒАС

“Һин мине эҙләп маташма
Аҡҡоштар сылбырынан.
Кис туғайға кил, таныһаң
Һандуғасты йырынан”
А. Ғарифуллина.

Һин мине эҙләп маташма
Аҡҡоштар араһынан.
Өйрәктәр араһын ҡара,
Танырһың яраһынан.
Ихатаңда ғына тотҡас,
Ҡайырылды ҡанатым.
Уңалып барған яраны
Инде нисә ҡанаттың.
Бына ҡапыл әйләндемсе
Һандуғасҡа киренән.
Бисәләр матурая бит
Уңдыниһә иренән.
Өйҙә балалар мишәйтләй,
Кил кис туғайға.
Килмәһәң, әйләнермен мин
Ябай турғайға.

***

“Ҡыйғас айым – ярты алтын балдаҡ,
Таба алһаң әгәр яртыһын,
Аҡ томанда туй күлдәген кейеп,
Юлдарыңа сығып баҫырмын…”
А. Ғарифуллина.
(Әхтәмдең яуабы)

Теге ҡыйғас айҙың тап яртыһын
Таба (а)лманым инде, ҡәҙерлем.
Ярым айҙай булып, алдарыңа
Үҙем түшәлергә әҙермен.
Өмөт йәшәй әле, шуға һаман
Айлы төндәрҙә мин аҙашам.
Ҡыйғас айҙы күҙләп, томан эҙләп,
Һаман ҡыҙҙар, тиеп һаташам.
Аҙашҡанда аҡ томандар күрһәм,
Йөрәк төшә табан буйына.
Туҡмас таяҡ тотоп, мине эҙләү
Булмаҫ, тимә, берәй уйыңда.
Ай үрелеп ала алманым шул инде,
Һалҡын алтын булды бүләгем.
Айлы төндә шуға аҙаштыра
“Ай бүләк ит” тигән теләгең.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас