+25 °С
Облачно
Шиғырҙар
21 Мая 2022, 09:00

Бер яңғыҙым ҡайтып барам...

(Ғәләмәт бит) Ҡарт көнөмдә яңғыҙ ҡалдым,Үлеп китте бабайым.Инде миңә иптәш кәрәк,Уны ҡайҙан табайым?

Бер яңғыҙым ҡайтып барам...Бер яңғыҙым ҡайтып барам...
Бер яңғыҙым ҡайтып барам...


Ҡала бит ул ысын төрмә,
Күршеһен күрше белмәй.
Буйҙаҡтары күптер ҙә бит,
Кем уны һиңә димләй?

Яңғыҙлыҡтан бик арығас,
Сығып киттем ауылға.
Иҫәп минең буш ҡайтмаҫҡа,
Шәп бер бабай табырға.

Йән дуҫҡайым, әхирәтем
Ҡаршы алды ҡуш ҡуллап.
Сәй эскәс тә сығып киттек,
Йәр эҙләп, ауыл буйлап.

Ҡыҙыҡ икән хәҙер ауыл –
Уйламаҫ инем һис тә.
Буйҙаҡтар быуа быуырлыҡ,
Йорт аша яңғыҙ бисә.

“Ҡауышалар, табышалар, -
ти әхирәт, - гел төнөн.
Таң атҡас таралышалар,
Һағынышып үҙ өңөн.

Ауыл ере хас быяла,
Бөтә нәмә күренә.
Хатта төндә ни ҡылғаның
Таң атҡансы беленә”.

Күп икән шул буйҙаҡтары,
Бар йәше лә, ҡарты ла.
Ләкин никтер ҡарамайҙар
Миндәй сибәр ҡатынға.

“Беләбеҙ беҙ бисәләрҙең
Нимә эҙләп килгәнен.
Ниңә юбка урынына
Тап-тар салбар кейгәнен.

Кәрәкмәй шул ундайҙарға
Мөхәббәтле күҙҙәрең.
Һөйөү менән һуғарылған
Йылы яҡты йөҙҙәрең.

Кәрәк икән улына өй,
Ә ҡыҙына – мунсаһы.
Әсәһенең гаражы юҡ,
Утынын бар бысаһы...

Мал-тыуар ҙа, йорт-ҡура ла
Кәрәк әле үҙемә.
Бер генә лә ирейһем юҡ
Йомшаҡ, иркә һүҙенә.”

Кемгә кермә ишетелә
Шундай хәбәр ҡолаҡҡа.
Бер ҡотолғас төшмәйәсәк
Йәнәһе ул ҡоллоҡҡа.

“Городской”ҙы ла һанламай
Хәҙер килеп “деревня”!
Бер яңғыҙым ҡайтып барам
Кире ҡала еренә...

Мөҙәрис БАГАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас