-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Май 2022, 14:00

Түләк ҒИРФАНОВ ижады

БЕР КЕМДЕҢ ДӘ ЭШЕ ЮҠ Күҙен тырнап аса ла улТоҡандыра интернет.Атаһы, әсәһе йоҡлай,Уның унда эше юҡ.

Түләк ҒИРФАНОВ ижады
Түләк ҒИРФАНОВ ижады

Виртуаль донъяға сума,
Үәт унда киңлек, ирек.
Ҡыҙҙарҙың да ниндәйҙәре –
Матурҙар килеп-килеп.

Асыҡтар, ғәжәп алсаҡтар,
Йылмайып һөйләшәләр.
Әйтерһең дә, фәрештәләр:
Тик бәхет өләшәләр.

Уҡы, тигән бер бәндә юҡ,
Эшләргә көсләмәйҙәр.
Бер нәмә лә йәлләмәйҙәр,
Бер кемде әрләмәйҙәр.

Бөтә ни бар, барыһы әҙер,
Үәт ҡайҙа икән йәннәт:
Атай менән әсәй илай
Йәннәт балаһын йәлләп.

Һинең дә сабыйғынаңды
Ҡол иткәнме интернет?
Әйҙә ҡулға-ҡул тотоноп
Ҡысҡырайыҡ: “Интер... нет!”
Бала йәнен арбаусыға:
“Строгий запрет!”

Бөтә мир йоҡола һымаҡ,
Йоҡламай тик интернет.
Беҙҙең ғәзиз балаларҙа
Бер кемдең дә эше юҡ.

ТӨЛКӨ БҮРЕК

Һунарсы түгел ине ул,
Кейҙе ләкин төлкө бүрек.
Ҡыҙ-ҡырҡынға һунар итте
Хәйләкәр һәм йылғыр егет.

Оҙонса йөҙ, осло морон,
Еҫте лә шәп һиҙә ине.
Ҡыҙ ниндәй егет теләһә,
Шул образға инә ине.

Артист тигән ҡушаматты
Кемдер тәүҙә уға ҡушты.
Егеттең был ҡушаматын
“Төлкө бүрек” бәреп йыҡты.

Морон йәнә күтәрелде,
Кейеп алғас, төлкө бүрек.
Ниһайәт, үҙ ролен тапты, –
Тине ҡыҙҙар зәһәр көлөп.

Ирештерҙе бала-саға:
“Төлкө бүрек, төлкө бүрек!”
Ул урамдан үткән саҡта
Ҡала ине эттәр өрөп.

Бер көн ҡыҙҙар аһ иттеләр,
Япон машинаһын күреп.
Руль артында эре генә
Ултыра ине теге егет.

Пеләш башын ҡаплағайны
Төлкө түгел, затлы бүрек.
Алыпһатар булып киткән
Беҙ уйлаған артист егет.

Ниндәй образға инмәйһең,
И замана, артист кеүек.
Тик кейҙермә, үтенәмен,
Кешеләргә төлкө бүрек.

ЯЛТЫР КӘНФИТ

Супермаркет кәштәһендә
Бар ни генә теләһәң дә,
Ин дә алып кит.
Ялтыр ҡағыҙға төрөлгән,
Мөғжизә һымаҡ күренгән
Нисә төр кәнфит.
Күҙҙең яуын алып тора,
Кеҫә төптәрен ҡаҡтыра
Затлы ялтырсыҡ.
Ҡалтыраһа ла ҡулдарың,
Ҡыҫылһа ла һулыштарың,
Тәмле суҡынсыҡ.

Заман барыһын төрөп бирә,
Һәр ялтырҙы матур тимә,
Башҡа самалар.
Ҡындан һурылған ҡылыстар,
Ялтыраһа ла ысыҡтай,
Башты сабалар.

ЭШЕМ ЭЙӘҺЕ

Эш тиһәләр минең ҡартым
Үлеп китә.
Көн дә эшкә киткәнендә
Үбеп китә.

Ә ҡайтҡанда... тел әйләнмәй,
Әйтә алмайым.
Сусҡа булып ҡайтып инә,
Бахырҡайым.

Эше ауыр, ҡыбырҙатмай
Өйҙә ҡыл да.
Матурлыҡ салонында ул
Ҡарауылда.

Унда эшләй һимеҙ-һимеҙ
Һигеҙ ҡатын.
Эш, эш, эш, тип, ҡаҡ һөйәккә
Ҡалды ҡартым.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: