Тышҡа сыҡтым. Ҡар яуһа ла,
Урамда буран түгел.
Ишек төбөн көрәп ҡуйҙым –
Пенсия килә бөгөн.
Сохарый менән сәй эстем.
Туймаһам да, ас түгел.
Иртәгә ит булыр, бәлки,
Пенсия килә бөгөн…
Ниһайәт, килде пенсиям,
Туғыҙ мең бирҙе туташ.
Тик… эйәргән пенсияма
Бер ҡосаҡ ҡағыҙ тоташ.
Газға – ҡағыҙ, электрға,
Ҡағыҙ хатта сүп-сарға…
Хаҡтары гел артып бара,
Уйламай ҙа туҡтарға.
Ергә – килгән, һыуға – килгән,
Килмәҫ тимә һауаға.
Нәмә ҡалыр ас тамаҡҡа?
Нәмә ҡалыр дауаға?
«Ваҡытында түләгеҙ!» – тип
Телевизор лаф ора.
«Түләмәһәң – киҫәбеҙ!» – тип
Түрәләр янап тора.
Өҫтәгеләр ул хаҡтарҙы
Алалар икән ҡайҙан?..
Ҡурҡыттылар! Түләп ҡайттым,
Ҡотолдом бурыстарҙан.
Түләгәнлеккә ҡағыҙҙар…
Тағы бер ҡосаҡ ҡағыҙ!
Ашҡаҙанымды алдарға
Сәйнәп ултырам һағыҙ…
Фото: tut-magaz.ru