

Дeпутатты бөгөн килтерҙе,
Бар байлыҡты уртаҡ бүлдерҙе.
Шарттарына уның күндем мин,
Ҡашыҡтарға тиклем бүлдем мин.
Шикләнмәһен күңелең,
Мә, һана.
Ә үҙемдең эстә ут яна.
Эштәр миңә табан әйләнһә,
Кәрәк саҡта булһа хәйлә лә.
Ике теш ҡуйҙырған алтындан,
Шуны һорай һалдым ҡатындан.
– Тештәремде үҙең ҡойҙоң, ти,
Тешкә аҡса үҙем йыйҙым, ти.
Ҡыҙып китеп, ярһып, зыулайым,
Бер тешеңде бир, тип даулайым.
Ҡатын әйтә: теште, юҡ, бирмәм.
Алмай тороп, тимен, ебәрмәм.
Кем ҡыҫылһын минең эшемә,
Һис эшем юҡ минең кешелә.
Алтын тешен ҡатын бирмәне.
Ә мин һүҙҙә тормаҫ ирме ни?
Үҙ һүҙемде шулай һүҙ иттем,
Ҡатынымды ҡабат үҙ иттем.
Рауил ШАММАС
ҺИН УҘҘЫРҘЫҢ, ӘТӘС
Беҙҙең, кешеләрҙең генә түгел,
Ҡоштарҙың да бар ул ир-аты.
Пример, беҙҙең әтәс, алтын ҡойроҡ,
Тауыҡ отрядының ир заты.
Ул уҙҙырҙы барын, Алтын ҡойроҡ
Таңдан иртәрәк тә тора ла,
Бар ир-аттар йоҡо һимерткәндә,
Эшкә саҡырып, хәбәр һала ла.
Бар ир-аттар үҙенең бер бисәһен
Ашып-шашып ситкә тибәрә.
Ҡыйырһытып үҙенең ғәзиздәрен,
Ир-атлыҡтың йәмен ебәрә.
Беҙҙең әтәс үҙенең отрядында
Бар тауыҡтың күңелен күтәрә.
Тауыҡ халҡы уны маҡтай, ҙурлай,
Өлгө тиҙәр уны күптәргә.
Ир-аттарҙы уҙҙы беҙҙең әтәс,
Бындай хәлдәр ерҙә һирәктер.
Алтын ир-ат, тиеп, әтәстәргә
Алтын һәйкәл ҡуйыу кәрәктер.
Сәрүәр ҒӘЛӘҮEТДИНОВ
НИҢӘ...
Илдә тыума, фәхишәләр арта,
Артһын. Уларҙың да бар атаһы.
Дума депутаттары баш вата,
Йәмғиәттең, – ти, оло хатаһы.
Бындай ғаилә илгә бәлә тиҙәр,
Уңған ғаиләләр күберәк икән.
Әҙәп, әхлаҡты белмәгәндәргә
Ниндәй өгөттәр кәрәк икән?
Һуңлап ҡына тәүбә ҡылғандар бар,
Кемдер берәү таный үҙ хатаһын.
Ҡай берәүҙәр ғүмер буйы ниңә
Рәнйетә ғәзиз әсә-атаһын?
ОРАТОР
Ғүмер буйы йәшәне ул
Кеше күләгәһендә.
Эш рәтен белмәһә лә,
Оратор – һөйләгәндә.
ҠАБАТЛАЙБЫҘ
Тормош алға киткән һайын,
Кире яҡҡа атлайбыҙ.
Үткәндәргә ҡайтыу юҡ, тип,
Хатаны ҡабатлайбыҙ.
ТИҪКӘРЕ
Йыйылыш һайын телмәр тота,
Гел һөйләй шул кирегә.
Ыҡҡа барған әҙәм түгел,
Һүҙ әрәм – тиҫкәрегә.