Күренмәй, ти, ярҙам итер йән эйәһе.
Бының өсөн кәрәкмәй ҙә бит көйәһе:
Ҡойроҡтоң бит осо ғына туңған,
Бер көсәнеп тартылаһы булған –
Өҙөлөп ҡалһа, ҡалыр ине
бер услам ҡыл.
Унан инде урманға шыл!
“Әммә етмәй йөрәк –
Нисек боҙмаҡ кәрәк
Шундай матур, көйәҙ, ҡупшы, йөнтәҫ ҡойроҡто?!
Ҡойроҡ түгел – күҙҙең яуын алған
алтын!
Әле иртә, йоҡлай ауыл халҡы.
Ә уғаса,
Халыҡ аңғарғансы,
Бәлки, көн йылытыр, мәке боҙон убыр,
Унан ҡойроҡ үҙе ҡубыр?” –
Тип уйлаған Төлкө.
Көткән бер килке.
Ҡойроҡ иһә һаман нығыраҡ туңған.
Ул арала уңдан-һулдан
Аяҡ тауыштары ишетелгән –
Һыу алырға кеше килгән.
Бәргеләнгән Төлкө меҫкен,
Тартылған ул киҫкен-киҫкен.
Хәлдән тайған тамам,
Әммә ҡойроҡ ысҡынмаған һаман.
Хәлдәр яман!
Ҡотолорға нисек итеп?
Бәхетенә, Бүре бара икән үтеп.
“Дуҫым минең, һинән ярҙам көтәм! –
Тип ялынған Төлкө. – Юҡһа бөтәм!”
Бүре туҡталған,
Уға табан уҡталған.
Һәм тиҙҙән
Төлкө ҡойроғон кимереп өҙгән
Төптән
Һәм ары киткән.
Төлкө, имеш,
Ҡойроҡһоҙ килеш
Һыпыртҡан, ти, өйөнә,
Иҫән ҡалғанына һөйөнә-һөйөнә.
––––
Аҙаҡ
Була бындай һөҙөмтә яһап:
Йәлләмәһә Төлкө бер услам ҡылын,
Юғалтмаҫ ине ҡойроғон.
Һарун ҺАРАНБАЕВ.