Булһа, мини-юбка менән
Арт биттәрен саҡ яптыҡ.
Түштәр һәлберәп төшкәнгә,
Һуштан яҙып, шаҡ ҡаттыҡ.
«Парад» тигән һүҙҙе бөгөн
Ҡайҙа ғына тыҡмайҙар!
Изге һүҙҙе – «Гей-парад» тип,
Ҡәбәхәттәр бутайҙар.
Ҡатын менән ҡатын йәшәй,
Ир менән дә ир йәшәй.
Ҡатын – атай булһа хәҙер,
Ир-егет инде – әсәй.
Бына китте заманалар!
Кем тыуыр һуң артабан?
Әллә беҙ йомшаҡ холоҡло,
Әллә бар халыҡ наҙан?
Атай һәм әсәй тигән һүҙ
Мәңгегә онотолор.
Эшкинмәгән хур – ҡатындар
Әсәлектән ҡотолор.
Ә балалар етем тыуып,
Етемлектә ҡайнарҙар,
Һаҡаллы иргә «әсәй» тип,
Ҡурҡа, ҡурҡа ҡарарҙар,
Бындай әсәй кәрәкмәй, тип,
Үкһеп-үкһеп иларҙар.