+19 °С
Облачно
Шиғырҙар
5 Июня 2022, 05:00

Фәйзи ҒҮМӘРОВтан

Берәү – ала, берәү – һата: төп кәсеп шул,Баҙар тигән нәмәгә беҙ астыҡ киң юл.Эш хаҡында хәҙер ныҡлап уйлаусы юҡ,Сауҙагәрҙәр былай ҙа бит йәшәй бик мул… ***

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәйзи ҒҮМӘРОВтанФәйзи ҒҮМӘРОВтан
Фәйзи ҒҮМӘРОВтан

Яйын табып үрмәләнең һин тәхеткә,
Тимәк, мырҙам, ирештең бит ҙур бәхеткә!
Тик онотма беҙҙең кеүек һинең дә бит
Инәсәгең бар икәнен тар ләхеткә!..
***
Донъя хәлен һис кенә лә булмай белеп,
Берәү йәшәй ҡайғы күрмәй, уйнап-көлөп.
Ә берәүҙе ул туҡтауһыҙ ҡыуа бирә,
Был тормоштоң арбаһына төпкә егеп…
***
Берәү хәҙер өсәр ҡатлы йорттар һала,
Берәү хәҙер завод төҙөй, төҙөй ҡала.
Ғүмер буйы билен илгә бөккән халыҡ
Өлөшөнән, күрәм, ауыҙ асып ҡала…
***
Шәп йәшәйбеҙ был донъяла хәҙергә беҙ.
Һис тартынмай ҡул һуҙабыҙ әҙергә беҙ.
Табынабыҙ бер туҡтауһыҙ хәмергә беҙ, –
Ҡабаланып юл тотабыҙ ҡәбергә беҙ…
***
Йөрөнөң һин дуҫтарындан һәр саҡ көлөп,
Бер нәмәне онотма һин, сая егет:
Көлкө бит ул ике башлы таяҡ кеүек,
Шуға күрә көлөү кәрәк сама белеп!
***
Бер ҡасан да ялған менән килешмәнем,
Мәхрүм ҡалдым шуға байтаҡ өлөштән мин.
Хоҙай ҡушһа, әле үҙем иҫән саҡта
Бер ниндәй ҙә һынауҙарға бирешмәм тим…
***
Һине уйлап әйләндем мин тораташҡа –
Ҡыҙығы юҡ йәшәүемдең һинән башҡа.
Инде, иркәм, хәҙер һыуһыҙ һулығанмын:
Нисек итеп сәскә атһын гөлдәр ташта?
***
Янып-көйөүҙәрем, иркәм, етер инде –

Был ауыр мәл нисек үтеп китер инде?
Дөрләп янған йөрәгемде һыуға һалһам,
Һыу ҙа, шикһеҙ, дөрләп янып китер ине…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас