-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Июнь 2022, 12:00

Бүреләр үә Һарыҡтар

(Крыловтан)Көн күрһәтмәй һис бүреләр һарыҡтарға,Бүреләрҙән ул мәхлүктәр ғарҡ бар ҙа.Эштәр шуға барып етте –Урман хакимиәте ҡарар иттеОшо мәхлүктәрҙе яҡларға.

Бүреләр үә Һарыҡтар
Бүреләр үә Һарыҡтар

Шул маҡсаттан сығып, урман халҡы,
Йәше-ҡарты
Оло кәңәшмәгә йыйылды.
Көн тәртибенә тик бер мәсьәлә ҡуйылды:
“Әлеге шарттарҙа
Һарыҡтарҙы нисек һаҡларға?”
Дөрөҫ, кәңәшләшеүселәр –
Һарыҡтарҙы хөрмәт итеүселәр
Бар ҙа таныш ине яҡындан –
Улар ине бүре затынан.
Бәй, булһа ни, бөтә бүреләр ҙә, аһа,
Яуыз түгел даһа.
Әйтәйек, бәғзеләре,
Көтөү тирәһендә йөрөйҙәр ҙә
Әйләнеп,
Малдарға тормайҙар бәйләнеп –
Һыпырталар ситкә... туҡ саҡтары булһа.
Унан, тағы бар бер сетерекле нәмә:
Саҡырмаһаң кәңәшмәгә,
Законды урап уҙыу була –
Бүре хоҡуҡтарын боҙоу була,
Тиеп уйланылар
Юғарылағылар.
Шулай итеп, урман төпкөлөндә
Кәңәшмәне ебәрҙеләр асып.
Төпһәгә баҫып,
Һәр кем үҙ фекерен еткерҙе.
Булды бәхәстәр, кемдер
дәлилдәр килтерҙе,
Кемдер екерҙе,
Хатта ҡайһылары –
Үтә ярһыуҙары
Бер-береһенең өҫтөнә һикерҙе...
Ниһайәт, закон ҡабул ителде:
“Бүре көтөү тирәһендә уралһа,
Әгәр ҡыйырһытһа һарыҡты,
Һарыҡ уны, тормай көйләп-сөйләп,
Ҡойроғонан һөйрәп,
Судҡа алып килергә хаҡлы,
Теге ҡарышһа ла ни саҡлы”.
Эйе, был закон – бүреләргә бик таман.
Әммә шуныһы яман:
Һарыҡ түгел, Бүре һарыҡтарҙы
Урманға ташый һаман,
Уларҙы ашай һаман.

Зариф ҒАРИФЙӘНОВ.

Фото: thehansindia.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: