+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
11 Июнь 2022, 17:00

Ярыҡ ялғаш

Салауат ӘБҮЗӘР Күңелең – күл, ә йөрәгең –Күлдәге алтын балыҡ.Әкиәттәге ҡарт шикеллеҠарайым йылым һалып.

Ярыҡ ялғаш
Ярыҡ ялғаш

И, был хыялый йөрәгем
Нимәгә өмөт итә?!
Эләгеп сыҡһа ла балыҡ,
Өйөмдә ҡарсыҡ көтә...
***
Хоҙай алдында тигеҙбеҙ,
Бер кемгә айырма юҡ.
Батшаға ла шул бер ҡояш,
Көтөүсегә лә шул уҡ.

Бер үк йыһан, бер Ер шары,
Бер үк һыу, бер үк һауа.
Бер үк ҡоштар моңон түгә,
Бер үк ямғырҙар яуа...

Был һүҙҙәрем асыш түгел,
Быны һәр кем дә белә.
Тик көтөүсе булғы килмәй,
Батша булаһы килә...
***
Маймыл йылында
Кеше битлек менән йәшәй, –
Бер кемде булмай танып.
Мәмерйәнән сыҡтыҡ та беҙ,
Йәшәйбеҙ маймылланып.

Хәҙер атом бомбаларын
Тотторҙоҡ беҙ маймылға:
Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Теләп киләһе йылға.

Дарвинизм тәғлимәте
Һаман да аңды быуа.
Маймылдан кеше тыумай ул,
Кешенән маймыл тыуа!

ИСЕМ ҺӘМ ЕСЕМ

Исемдәргә бер ҙә
иҫем китмәй,
Ваҡланды хәҙер исемдәр.
Дәрәжәле, олпат исемдәргә
Тура килеп бөтмәй есемдәр.

Бөркөт менән ҡарға –
бер бизмәндә, –
Килбәтенә ҡарап тормайҙар.
Буталдылар аҡҡош
һәм ҡарағош,
Һандуғастар менән
турғайҙар...
Ҡанаты бар,
суҡышы бар икән –
Нимә кәрәк инде тағы ла?!
Торғаны бер
аҫыл ҡош заты тип,
Күкрәгенә миҙал тағыла.

Ҡанат, суҡыш
тауыҡта ла бар ул,
Ижад күкәй һалыу түгел дә.
Әсир итмәй йәнде
миҙал сыңы,
Һандуғастар моңо күңелдә.

ФОКУС

И, бер ҡатлы бала саҡтар –
Ышандыҡ фокуссыға:
Күҙ алдында ҡулындағы
Тинлектәр юҡҡа сыға...

Хәҙер донъя – үҙе цирк,
Илебеҙ – бер арена.
Гүйә, фокус ҡарар өсөн
Килгәнбеҙ Ер шарына.

Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,
“Һә” тигәнсә оталар.
Улар өсөн күкәй нимә –
Миллиондарҙы йоталар...

Ана, берәү завод йотто –
Торғаны менән – гурман!
Ауыҙына инеп китте
Тотош күл, тотош урман...

Берәү йотто газ торбаһын,
Берәү – нефть вышкаһын...
(Ер шарын да йотор улар,
Тәүбә!.. Хоҙай ҡушмаһын!)

Әйтерҙәр бер:
“Фокус тамам!”
Бөтөргәс, илде йотоп.
Ауыҙ асып ҡалыр халыҡ,
Тағы нәмәһен тотоп...

***
Һөйләйҙәр: "Борон заманда
Алыпбатырҙар булған..."
Батырлыҡтар башҡа хәҙер –
Алыпһатарҙар тулған.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: