– Ник ярата Хоҙай ергә шундайҙар затын?! –
Тигән падишаһ, – ҡәберең булмаһын яҡын!..
Ҡыҙы әйткән, шаҡтай ғына торғас күҙәтеп:
– Ундайҙарҙың ҡылыҡтарын була төҙәтеп.
Аяҡҡа баҫтыра алам ятҡанды ерҙә,
Йәшерен көс серем итә ҡайһы саҡ ирҙә.
Иҫбатлау өсөн, кейәүгә Ирмигә сығам!..
– Йә, Хоҙайым, ярҙам итсе, бир миңә сыҙам!.. –
Ҡапыл батшаны ҙур ҡайғы алған, ти, быуып,
Ярһыуҙан ул үжәт ҡыҙын ебәргән ҡыуып.
Ваҡыт уҙған. Бер кейемлек сабата туҙған,
Был арала хәбәр-хәтер булмаған ҡыҙҙан.
Ҡыҙ теге саҡ Ирми өйөн саҡ эҙләп тапҡан.
Эҙләп тапҡан, ҡыйыш өйҙөң ишеген ҡаҡҡан.
Аптырауҙан, өнһөҙ-ниһеҙ торған бер ауыҡ:
Бармаҡ тейеү менән, ишек төшкән, ти, ауып!
Тәҙрәләре лә бары тик ярынан икән,
Ҡабыҡ түбә ете ерҙән ярылған икән.
Стеналары тора, ти, ҡырҡ терәүҙә.
Был торлаҡҡа баҙнат итеп кермәҫ берәү ҙә.
Өй ҡараңғы. Бер нәмә лә күренмәй ныҡлап.
Балсыҡ иҙән. Шунда Ирми ята, ти, йоҡлап.
Өндәшеүгә ыжламағас, алған да туҡмаҡ,
Ҡыҙ был иренсәк егетте уятҡан туҡмап.
Әйткән унан: – Һинең менән килдем торорға,
Иҫәбең юҡтыр бит улай кире борорға?
Унан ул асыҡтан-асыҡ әйткән Ирмигә:
– Йорт-ерен ҡарай алмаған миңә ир ниңә?
Аҫырай алырһыңмы мине? Йә, яуап көтәм!
– Һинең хаҡта ҡайғыртырға вәғәҙә итәм!
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыҙ бик һөйөнгән.
Ҡайыш табып сүп-сар тулы бер ҙур өйөмдән,
Һаллы ғына, йыуан ғына сыбыртҡы үргән:
Үшәндең туҙанын ҡағыу сараһын күргән.
Һис тә түгел фәстереү был, һис түгел ялған,
Тегеңә ул ҡырҡ ҡабат һыҙырып алған!
Үшәнлеге йәненә бик тейгәндер инде,
Ҡуҙғалһын, хәрәкәтләнһен, тигәндер инде.
Ҡыҫҡаһы, сыбыртҡы менән уҡытҡас һабаҡ,
Иренсәк Ирми йоҡларға ятмаған ҡабат.
– Хәҙер, – тигән «тәрбиәсе», – эш былай тора:
Күршегә кер ҙә, бау менән балтаһын һора.
Унан урманға йүнәл һин. Арҡаңа һалып,
Кәм тигәндә өс яғырлыҡ ҡайт утын алып.
Күнгән Ирми. Хәтһеҙ утын ул алып ҡайтҡан.
Былар шуның бер бәйләмен сығарып һатҡан.
Бәлки, дауам итер ине был шөғөл һаман,
Тик Ирми урман киҫеүҙән туйған, ти, тамам.
Эҙләмәк булған башҡа эш йәренгә ҡәҙәр.
Әйткән ҡатын: «Сәйханала була бар хәбәр».
Сәйханала сауҙагәрҙәр туҡталған, имеш,
Ара-тирә улар
бында
туҡланған,имеш.
Һорағандар
Ирметдиндән: – Алыҫ шәһәргә
Беҙҙең менән сығаһыңмы, егет, сәфәргә?
Ирми ҡайтып кәңәшләшкән кәләше менән.
...Һәм оҙаҡҡа айырылған ул тыуған ерҙән.
Китер алдан уға ҡатын оҙон бау үргән,
Мотлаҡ кәрәге сығыр, тип, бер кәңәш биргән:
– «Беләһеңме» тиһә кемдер, «Белмәйем!» тип әйт,
«Күрәһеңме?» тиһә кемдер, «Күрмәйем!» тип әйт.
... Каруан шаҡтай уҡ алыҫ араны үткән,
Бер заман сәфәрселәрҙең һыуҙары бөткән.
Тап булғандар бер ҡоҙоҡҡа. Юҡ, ти, сығыры.
Төбөнә төшһәң, билгеһеҙ кире сығырың.
Шулай ҙа Ирми, биленә оҙон бау урап,
Доғалар уҡып, Тәңренән мәрхәмәт һорап,
Төшкән, ти, ҡоҙоҡ төбөнә. Һәм бата-бата
Ситкәрәк барһа, ни күрә: унда бер баҡа,
Кешеләрсә телгә килеп, уға һүҙ ҡата:
«Ә һин беләһеңме – мин кем?» «Һис тә белмәйем!»
«Ә һин күрәһеңме мине?» «Һис тә күрмәйем!»
Бер үк һорауҙарҙы биргән ул ҡабат-ҡабат.
Һораған һайын ишеткән шул уҡ бер яуап.
Һәм шунан һуң... урталайға баҡа ярылған!
Үә бер матур егет килеп сыҡҡан ҡарындан!
– Мин – падишаһ улы, – тигән. – Күп ваҡыт элек
Урланы убырлы ҡарсыҡ, һарайға килеп.
Әйләндерҙе лә баҡаға, ташланы бында.
«Үтер, – тине, – ғүмереңдең ҡалғаны шунда.
Әҙәм пәйҙә булһа инде әгәр яныңда,
Һорауҙар бир һәм ҡабатла тағын, тағын да.
Яуап тиҫкәре үә шул уҡ булһа һәр бере,
Әүәлге ҡиәфәтеңә ҡайтырһың кире!»
Бирҙең, әҙәм, тиҫкәре үә бер үк яуапты,
Хоҙай үә атам алдында булдың сауаплы!
Һуҙған, ти, егет Ирмигә тылсымлы алма:
– Кеҫәңә һалам, ҡайтмайса ҡулыңа алма!
Ҡайтҡас, уны ҡулына тик падишаһ алһын!
Унан ары ни булаһы – сер булып ҡалһын...
Падишаһ көн күрә, имеш, ҡайғыла һаман:
«Ҡыҙым да юҡ, улым да юҡ, хәлдәрем яман!»
Был һүҙҙәрҙе хаҡ Тәғәлә гүйә ишеткән,
Ирми, ҡатынын етәкләп, кергән ишектән.
Ирми әйткән: – Һүҙҙәремде уйынға алма:
Ҡулыңды кеҫәмә тыҡ та, ал алтын алма.
Икеләнеп торғас батша, елкәһен ҡашып,
Сығарған алманы тартып... Үә ҡалған ҡатып.
Ни күрә: ҡаршында... улы тора, ти, баҫып!
Шул саҡ ҡыҙы ла япмаһын ебәргән асып.
Шатлығынан һуштан яҙып, байтаҡ ятҡастын,
Аҡрынлап үҙ аңына тамам ҡайтҡастын,
Әйткән Ирмиҙе ҡосаҡлап: – Әмерем әҙер:
Һин – падишаһым бөгөндән, ә улым – вәзир!..
Был әкиәтте ник һөйләнем? Әйтер һүҙем шул:
Ирҙе хур иткән дә ҡатын, ҙур иткән дә – ул!