Әллә нисек һиҙмәй ҡалдым,
Күҙ төштө повар ҡыҙға:
Шул минуттан шашты йөрәк,
Әйләндем йоҡоһоҙға.
Нисек итеп аңлатырға
Серемде ошо ҡыҙға?!
…Төндәр үтә – йылдармы ни,
Сәғәттәр – айҙар кеүек.
Таңдан ашханаға сабам
Бәлки, ул аңлар, тиеп.
Әллә күпме көтөп торам
Ишектәр асылғансы,
Эй, йөрәгем, тик саҡ ҡына
Сабыр ит, ярһымасы.
Ҡыҙ аңламай, бер һүҙ ҡушмай,
Бирә лә ҡайнар ашын,
Йылмая ла сирле итеп,
Бүләк итә ҡарашын.
Ашап бөткәс мин яңынан
Сиратҡа баҫҡан булам,
Тик бер һүҙен өмөт итеп
Ҡабат «асыҡҡан» булам.
Ҡыҙ аңламай, мин китмәйем,
Үҙем ашыҡҡан булам.
Өйҙә ашау оҙаҡ бит ул –
Ваҡыт ҡиммәт, йәнәһе.
Ашхананан сыға алмайым –
Их, мөхәббәт бәләһе!
ИХ, КИРЕ ҠАЙТЫРҒА ИНЕ!
(Шаярыу ҡатыш)
Малай саҡта бигерәк
шаян булдым,
Иңләгәндә йылға-күлдәрҙе,
Бергә һыу ҡойонһаҡ,
күрше ҡыҙҙың
Бәйләп ҡуя инем күлдәген.
Ә урамда бергә уйнағанда
Сәстәренән тартып йөҙәттем,
Бының өсөн әсәй ул саҡтарҙа
Бирә торған ине «кәрәк»те.
…Йылдар үтте.
Ярһыу йәшлек килде,
Йәшлек килде, йәйеп ҡанатын.
Һиҙмәй ҡалдым,
килде мөхәббәтем:
Күрше ҡыҙын һөйҙөм, яраттым.
Хәҙер ҡыҙға бер һүҙ
ҡуша алмайым,
Ҡайҙа китте
булған «батырлыҡ»?
Cерҙәремде нисек аңлатырға,
Их, йөрәгем тибә талпынып!
…Эй, замана!
Шаян малай саҡтар,
Ултырмаған саҡтар аҡылға;
Күрше ҡыҙын һәр саҡ
наҙлар инем,
Мөмкин булһа кире ҡайтырға!