Эргәһенә ҡатыны ла
Ҡай саҡ килеп ултыра.
Йондоҙнамәләрен төпләп,
Йөпләп аҙаҡ уй ҡора.
Эй был күңел, белге килә
Алдан ниҙәр булырын.
Телевизор алды түгел,
Бик сихырлы был урын.
Ҡатынының йондоҙлоғо
Бөгөн үтә шик һалды.
Яңы мөхәббәт табаһың,
Удачный день, тип һалды.
Үҙенекен – потеряешь!..
Ҡушты һаҡ та булырға.
Уйланы ул, үәт, ҡәһәрең…
Был ҡәҙәре булыр ҙа.
Төнө буйы йоҡламаны,
Күҙ йомманы һис Ғәҙәт,
Ишетмәне ҡатынының
Аҡлағандай, тип, ғәйбәт.
Эшкә бармай ҡалды иртән
Ғәҙәт, сыҡҡан булды ла.
Күҙәтте ул, бер шигем бар,
Булһа – ана, шул ғына…
Ә ҡатыны керен йыуҙы,
Ашарына бешерҙе.
Ире иртән арып ҡайтыр,
Кистәгеһен кисерҙе.
Тик Ғәҙәттең йондоҙлоғо
Дөрөҫлөккә юратты.
Эшкә бармай ҡалған өсөн,
Премияһын юғалтты.
Фәрит ӘХМӘТОВ.
Фото: Яндекс. Дзен.