

Кәңәшмә-йыйынға
Хужа үҙе бармай.
Һапһыҙ ҡара балта
Бар йомошҡа ярай.
Ул арымай. Уға
Арырға ярамай.
(Ауырырға ярамай!)
Утынын да яра,
Һыйырын да һауа,
Һарығын да ҡарай,
Кәзәһен дә тарай…
Һапһыҙ ҡара балтаң
Булһа был тормошта,
Ерҙә гел йәшәрһең
Рәхәтлек ҡормошта.
2010
ФИРҒӘҮЕН
Вәзирҙәрҙе белмәгәндәр,
Фирғәүенде белгәндәр,
Вәзирҙәрҙе күрмәгәндәр,
Дәрәжәһен күргәндәр.
Фирғәүен ятҡан ҡорғанды
Ҡолдар бит төҙөгәндәр,
Яҙмыш шулай: ҡолға түгел,
Батшаға бил өҙгәндәр.
Ҡөҙрәт ҡайҙан? Ниҙә икән
Фирғәүендең асылы?
Кемдән артыҡ, нимәһе шәп,
Ҡасан сере асылыр?
Алланың һайланмышымы,
Әллә яҙмыш ҡушыуы?
Әллә ғифрит ҡаны уға
Киткән микән ҡушылып?...
Ташбаш булғанда ла башы,
Уға заты булышҡан,
Ғәйрәт, хәйлә, мәкер, нәфсе... –
Вәзирҙәрҙән тулышҡан...
Шиғырымда ҡабатланым
Мин дә тормош хатаһын:
Уны “Вәзир” тиеп түгел,
“Фирғәүен” тип атаным.
2013
АУРА
Донъя күпме бөжәктәрҙән тора!
Ерҙә күпме бөжәк үжәте?!
Былары тик күҙгә күренгәне,
Күренмәгәне бар бөжәктең.
“Микромир” тип исем дә тапҡандар,
Микроэлементтар йәғни ҙә.
Былар инде бөжәк ише түгел,
Күҙ артында ғәжәп шәп икән! –
Бар нәмәне ашай: кейем, ағас,
Ташты, көлдө, хатта тимерҙе...
Ул материал донъя.
Ә тормошта
Әйтәләр бит: “Йәнен кимерҙе...”
Эйе-эйе, күренмәҫтән генә
“Кимереүсе” йәнгә ҡаҙала.
Уны инде башҡа исем менән
“Аура” тигән булып атайҙар.
“Аураһы эй ауыр шул әҙәмдең,
Эргәһенә килер әмәл юҡ!” –
Тигән һүҙҙе ишетһәгеҙ әгәр,
Төҙәтергә һис бер ғәмәл юҡ.
Ундай әҙәм менән бер һөйләшеү –
Әллә ниндәй михнәт, ыҙа ла;
Ундайҙарҙың аураһы бик ауыр,
Гүйә, йәнгә уҡтар ҡаҙала.
Ундай бәндә – тере яза ла!
2013
МАҠТАУ ҠАҒЫҘЫ
Төрлө була маҡтау ҡағыҙҙары,
Беләм улар бер иш түгелен.
Араһында береһен тотҡан һайын
Һалҡынайып ҡала күңелем...
Һөйләгәндәреңә ышанырға
Арабыҙҙа ярай тиле юҡ.
Ялғаныңды асып һалыр ине,
Ҡағыҙыңдың ғына теле юҡ.
Һиҙмәйһең дә телең һөйләгәнде
Тапшырғанда Маҡтау ҡағыҙын.
Ярандарың ятып тыңланылар
Һеләгәйҙәрен үк ағыҙып.
Түрәлек һәм ике йөҙлөлөк гел
Уҙышалар һиндә үҙ-ара.
Эстән хурлап, тыштан
маҡтайһың да,
Һинең өсөн ҡағыҙ ҡыҙара.
Эске тарлыҡ менән
Тар эслелек –
Бәләңдең төп башы, нағыҙы.
Һинең ҡулда Маҡтау ҡағыҙы ла –
Йәнде үртәр хурлау ҡағыҙы...
Шуны алам...
Һинән – һуңғы ҡағыҙ,
Асылыңды асты аныҡлап.
Ул иҫтәлек булыр – булмышыңа,
Ниндәйлегеңә бер танытма...
2009
ҠАРА БЕСӘЙ
Ап-аҡ ҡарҙа ҡара бесәй,
Уйы – минең юлды киҫеү.
Көтә минән бер ишара,
Үҙе ҡурҡаҡ бер бисара.
Ниңә минең юлды киҫеү?
Ник ул ниәт һиндә, бесәй?
Минең уй бит – ап-аҡ ҡарҙай,
Һинең уйың – ҡара ярҙай.
Ҡара бесәй ап-аҡ ҡарҙа…
Һинең янға китеп барам,
Минең ниәт – ап-аҡ ҡарҙай.
Һинең уйың – ҡара бесәй.
Ҡара бесәй ап-аҡ ҡарҙа…
2009
Фото: za.pinterest.com