+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
19 Июнь 2022, 05:00

Бөгөн - Халыҡ-ара атайҙар көнө

АТАЙЫМААтай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,Сабырлығың, тыныс аҡылыңБәләкәйҙән миңә терәк булды,Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

Бөгөн - Халыҡ-ара атайҙар көнөБөгөн - Халыҡ-ара атайҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара атайҙар көнө

Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.

Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: krot.info

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас